

Яңы йыл байрамын йәмләп-биҙәп ултырған шыршы-ҡупшыҡайҙы һуңынан ҡайҙа итәһегеҙ? Сүплеккә сығарып ырғытыуы бигерәк йәл. Шуға ла «Йәшел Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы, йылдағыса, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы менән берлектә, «Елки в щепки» тигән шәп акция ойоштора.
Ҡайтанан эшкәртеүгә ебәреләсәк шыршыларҙы 15, 16, 22, 23 ғинуарҙа ҡаланың 15 майҙанында йыясаҡтар. Ҡабул итеү пункттарында ирекмәндәр дежур итәсәк, уларҙы биҙәүестәрҙән таҙартып алып килеп тапшырыу мөһим. Шыршылар «Горзеленхоз» идаралығына, «Кроношпан» заводына ебәреләсәк.
Шулай итеп, һеҙҙе түбәндәге адрестар буйынса көтәләр.
*Совет районы Менделеев урамы, 171; Ибраһимов һәм Ленин урамы саты.
*Калинин районы: Мушников урамы, 11; Гвардейская урамы, 58/1.
*Орджоникидзе районы: Колхоз баҙары (Ҡулса урамы, 58/1).
*Киров районы: Һынаусылар урамы, 21; Кувыкин урамы, 16.
*Ленин районы: Әхмәтов һәм Ирәндек урамы саты.
*Октябрь районы: Гагарин, 10/2; Королев урамы, 17; «Башҡортостан» сауҙа үҙәге.
*Дим районы: Магистраль урамы, 2 А; Столяров урамы, 2; «Сағыу» биҫтәһе.
Шулай уҡ бындай акция Дәүләкән, Бөрө ҡалаларында, Иглин ҡасабаһында ла уҙғарыласаҡ тип көтөлә.
Фото pixabay.com