

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауыл дауаханаһында участка шәфҡәт туташы булып эшләгән Рәмзәлиә Кәримованы күптәр фәрештә тип йөрөтә. 30 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында торған Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙының бар булмышынан изгелек, мәрхәмәтлелек бөркөлә.
Ул табипҡа килгән һәр сирлене яҡшы белә, уның аһ-зарын ентекләп тыңлай, артабан терапевт, юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева ҡарағандан һуң, дарыу-уколдар яҙып биргәс тә, уны нисек файҙаланыу кәрәклеген аңлата.
Сығышы менән Басай ауылынан ул. Райхана менән Ишмөхәмәт Кәримовтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан фельдшер булырға хыяллана. Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, документтарын медицина училищеһына тапшыра. Студент йылдарын әле лә һағынып хәтергә ала.
– Тәүге тапҡыр дауаханаға практикаға барғас, күптәр ҡан күреп, укол һалғандарын ҡарап, юғалып ҡалды. Мин, киреһенсә, пациенттар янында күберәк булырға, уларға уколды үҙем ҡаҙарға тырыштым. Бала саҡ хыялым булғанғамы, медицинаны шул тиклем яратам, әле лә эшемә көн һайын ашҡынып киләм. Хеҙмәт юлымды Баймаҡта фельдшер-акушер булып башланым, шулай уҡ “Ашығыс ярҙам” фельдшеры ла булып эшләнем. Эш башлап та өлгөрмәнем, район күләмендәге ярышта ҡатнашып, “Иң яҡшы фельдшер-акушер” исеменә лайыҡ булып, Санкт-Петербург ҡалаһына путевка менән бүләкләндем. Артабан өлкән шәфҡәт туташы булып эшләнем, 2015 йылдан – участка шәфҡәт туташымын, – ти Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, сирлегә беренсе ярҙам күрһәтеү аҡ халатлыларҙың төп бурыстарының береһе икәнен иҫәпкә алғанда, Рәмзәлиә Кәримова күп осраҡта ял һәм байрам көндәрендә лә ең һыҙғанып эшләй.
Әйткәндәй, уның ғаиләһендәге биш ҡыҙҙың өсәүһе Сибай медицина училищеһын тамамлаған. Рәмзиә апаһы менән Динә һеңлеһе лә оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй.
Ғаиләһенән дә уңған ул. Тормош иптәше менән бер ул үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Фәнзил улдары бөгөн үҙ эшен асҡан, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән районда өмөтлө йүнселдәрҙең береһе.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.