Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 17:00

Башҡортостан – лидерҙар иҫәбендә

Республикабыҙ 2020 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.

Башҡортостан – лидерҙар иҫәбендәБашҡортостан – лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан – лидерҙар иҫәбендә

Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2020 йылға аталған федераль проектты бойомға ашырыу буйынса төбәктәр рейтингын төҙөгән. Унда 83 субъект ҡатнашҡан (Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш. Рейтинг 39 күрһәткескә нигеҙләнгән, шулар араһында: күркәмләндереү эштәрен башҡа программалар менән берләштереп алып барған ҡалалар һаны; ҡала мөхитенең үҙгәрешен халыҡтың нисек баһалағаны; ҡала мөхитен уңайлы итеү буйынса конкурста еңеп сыҡҡан проекттар күләме; компетенциялар үҙәктәрен төҙөү.

Рейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, 1-се урында – Мәскәү өлкәһе менән Татарстан – 119 балл; 2-селә – Башҡортостан, ул ике генә балға артта ҡалған – 117 балл; 3-сөлә – Липецк өлкәһе. Сағыштырыр өсөн иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылда беҙҙең республика 27-се урында ине, ә 2019-ҙа 8-сегә күтәрелгәйне.
– Башҡортостандың үҙ позицияларын нығытып, өс лидер араһында булыуы – көтөлгән һөҙөмтә. Уға был эшкә ҡатнашы булған структураларҙың, ә иң мөһиме – кешеләрҙең берҙәм эшенә арҡылы өлгәшелде. Хәҙер бурыс – алған урындан төшмәү генә түгел, ә күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртыу, – тип билдәләй Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.

"Уңайлы ҡала мөхите" федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республикала 434 йәмәғәт биләмәһе рәткә килтерелде. Бынан тыш, уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан проекттар буйынса ла эш дауам итә. Быйыл республикала 122 йәмәғәт биләмәһе күркәмләндереләсәк: аллеялар, йәйәүлеләр зоналары, йылға яры буйҙары, скверҙар һәм парктар.

Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас