

2022 йылда Рәсәй Хөкүмәте илебеҙ буйынса бөтәһе өсөн дә уңайлы сәйәхәт программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, был тәңгәлдә дәүләт тарафынан биш миллиард һум аҡса бүленгән. “Туристик кешбэк”тың шарттары элеккесә – сәйәхәт өсөн 20 мең һум аҡсаһын сарыф иткән туристың картаһына шуның 20 проценты кире ҡайтарыла. Түләү МИР картаһы ярҙамында башҡарыла. Әйткәндәй, бер картанан түләү сикләнмәгән.
– Киләһе аҙнанан иҫәп буйынса һатыуҙың бишенсе этабы башланасаҡ, – тип һөйләй республикабыҙҙың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин. – Ул 12 апрелгә хәтлем дауам итә. Программа үҙенең эсенә юл йөрөүҙе һәм ҡунаҡханала йоҡлауҙы (ике төн) ала. 30 апрелгә тиклем теләгән төбәктә ял итеү урынын һайларға мөмкин, ә сәйәхәткә юлланыу 1 июнгә хәтлем дауам иттерелә.
Шул иғтибарға лайыҡ, 2021 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә курорт төбәктәренә инмәгәндәр араһында шифаханаларға юллама һатыу тәңгәлендә лидер һаналды. Программала 24 ҡунаҡхана, алты туристик оператор ҡатнашты, 63 Рәсәй туристик операторы республикабыҙҙағы 120 турҙы тәҡдим иткән.
Фото: Башҡортосан Хөкүмәте.