Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 08:34

Юлыҡ китапханасыһы

Кәримә УСМАНОВАКәримә УСМАНОВА
Фото:Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районында иң бай тарихлы учреждениеларҙың береһе – Юлыҡ китапханаһы элек-электән ауылдың зыялы һәм белемгә ынтылған кешеләрен берләштергән урын булып тора.

Билдәле булыуынса, күре­некле драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең (Фәйзуллин) тормошо һәм ижады ошо ауыл менән тығыҙ бәйле. Китапханасы булып эшләгәндә ул “Ғәлиәбаныу” драмаһын яҙа. Уның шулай уҡ “Аҫылйәр”, “Аҡ ҡалпаҡ”, “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Урал һыуы буйында” кеүек мәшһүр әҫәрҙәре лә Баймаҡ ерлегендә ижад ителә.

Юлыҡ китапханаһына оҙаҡ йылдар Дилбәр Маннапова етәкселек итә. Дилбәр Рауил ҡыҙына шулай уҡ ауыл клубы­ның эшмәкәрлеге лә йөкмәтел­гән. Бер бинала урынлашҡан ике эште лә берҙәй тигеҙ тарта ул. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған ханым хеҙмәт юлын Баймаҡ районы­ның Урал бүлексәһендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Артабан уны яҙмыш еле тыуған ауылына илтә. Белем усағында уҡытырға урын булмағанлыҡтан, китапханаға эшкә төшә һәм тиҙ арала мәҙәниәт усағын бал­ҡытып та ебәрә.

– Уҡытыусы төрлө өлкәлә эшләһә лә юғалып ҡалмайҙыр ул. Мин дә мәҙәниәткә эшкә килгәс, яңыса асылып киткәндәй булдым. Ауылымдың бай тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым, әллә күпме тарихи сыға­наҡ­тарға юлыҡтым, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ижады ғына үҙе ни тора! Шулай уҡ Дәрдмәнд ҡушаматы алған Закир Рәмиевтең ижадын да бар донъя белә.

Ауыл халҡы ла бик дәртле, бергәләшеп төрлө мәҙәни сараларҙы үткәрәбеҙ. Күптән түгел 1919–1922 йылдарҙа Мирхәйҙәр Фәйзи эшләгән китапхана янында уның ижадына арналған кисә үткәрҙек, әле бергәләшеп ауыл халҡы менән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашабыҙ, сәләмәт­лек һәм айыҡ йәшәү рәүешен сағылдырған төрлө саралар ойошторабыҙ, – ти Дилбәр Рауил ҡыҙы.

Коронавирусҡа бәйле сикләү­ҙәр башланғас та, юғалып ҡалмай китапханасы. Китап уҡыусыларҙың өйҙәренә китап-журналдар алып бара, улар менән осрашып, күңелдәрен күтәрә. Физик мөмкинлектәре сикләнгән ауылдаштары ла ситтә ҡалмай: Мөнирә Мөхә­мәтйәрова һәм Ләлә Хөсәйено­валарҙың янында бик йыш була, уларҙың йорттарында шиғыр кисәләре үткәрә.

Ауылдаштарына, китап һөйөү­селәргә һәр саҡ яғымлы булыуы менән барыһының да күңелен арбай Дилбәр Маннапова. “Кешелекле, һөйкөмлө, үҙ эшен яҡшы белә, ауылдаштарына иғтибарлы һәм ихтирамлы”, – ти уның хаҡында Юлыҡ халҡы.

Дилбәр Рауил ҡыҙы тормош иптәше менән өс бала үҫтерә. Эшенән дә, тормошонан да уңған Юлыҡ һылыуына артабан да уңыштар юлдаш булһын.

 

Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас