

Төрлө райондарға командировкаларға йөрөгәндә иҫ киткес матур кешеләр менән осрашырға насип итә. Сираттағы геройымды Әбйәлил районының Үтәгән ауылында осраттым. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Өмөкамал Ғиниәтова 1960 йылда ире бүләк иткән “Зингер” машинаһында әле булһа тегеүен дауам итә. Йортоноң иң ҡәҙерле ҡомартҡыһын күҙ ҡараһылай һаҡлай.
– Иремә йәшләй генә кейәүгә сыҡтым. 17 йәшем саҡ тулғайны. Хатта атайымды ауыл хакимиәтенә саҡырып, ҡыҙын иртә кейәүгә биргәне өсөн шелтә лә бирҙеләр. Өс йыл бергә йәшәгәс, ирем Сабирйән Ғиниәтовты әрме сафына алдылар. Мин ҡәйнәм янында ҡалдым. Шул ваҡытта ҡулыма бәйләм алдым, теген эшенә тотондом. Яйлап күлдәктәр тегергә өйрәндем, артабан һораусылар ҙа күбәйҙе, заказдар ҙа артты, – ти Өмөкамал Вәлиулла ҡыҙы.
Әйткәндәй, ҡәйнәһе менән ул 42 йыл бергә йәшәй, яңғыҙ әсәһен дә үҙ тәрбиәһенә ала.
Тормош иптәше менән алты ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирә улар. Ҡыҙҙарының һәр саҡ суҡтай матур итеп кейенеп йөрөүенә әсәләренең төн йоҡоларын йоҡламай, “Зингер”ҙа туҡылдатып тегеп ултырыуы сәбәпсе була ла инде. Бер төн эсендә биш ҡыҙына бер иштән күлдәк тегеп өлгөргән уңған ҡатынға ауылдаштары һәр саҡ һоҡланып ҡарай. Ҡыҙҙары яйлап ҡул араһына инә, өлкәндәре бәләкәйҙәрен ҡарай, кейемдәр ҙә бер-береһенә күсә бара. Ҙурыраҡ булһа, бәләкәйләтә, тишек-тошоҡ урындары күренһә, яңыртып, балаларының өҫтөн һәр саҡ таҙа һәм бөхтә тота ул.
Аҙағыраҡ Өмөкамал Ғиниәтова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн милли башҡорт кейемен тегеү менән ҡыҙыҡһына башлай. Һәр ырыуҙың үҙенсәлектәрен һаҡлап, балитәкле күлдәктәр тегә, селтәр-ҡашмауҙар эшләй йә иһә камзулдар тегеүгә тотона – барыһын да күңеленең йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡара ул. Балалары үҫә төшкәс, әсәләренең һаман булһа тегенселек шөғөлөн ташламауын күреп, уға заманса теген машинаһы ла бүләк итәләр, әммә ул үҙенең “Зингер”ына хыянат итмәй. “Дуҫҡа хыянат итеү менән бер ул”, – тип әйтеп ҡуйҙы үҙе лә.
Бына шундай сабыр, уңған, оҫта ҡуллы ағинәй йәшәй Үтәгән ауылында. Йортонан ҡот, ҡул эштәренән – нур, йөҙөнән иман һәм ихласлыҡ бөркөлөп торған Өмөкамал инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. “Зингер”ығыҙ оҙаҡ йылдар туҡылдап торһон, күҙҙәрегеҙ күреп, ҡулдарығыҙ төрлө күлдәктәр тегеүен дауам итһен!
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.