Йәмғиәт
15 Ғинуар 2022, 05:45

Авария эҙемтәләре бөтөрөлдө

Белоретта йылылыҡ трассаһындағы өҙөклөк арҡаһында 980 кеше йылыһыҙ ҡалғайны.

Авария эҙемтәләре бөтөрөлдөАвария эҙемтәләре бөтөрөлдө
Авария эҙемтәләре бөтөрөлдө

Белоретта йылылыҡ тәьминәте йәнә тергеҙелде. Был хаҡта бөгөн иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ғинуарҙа Белоретта  йылылыҡ трассаһындағы өҙөклөк арҡаһында 980 кеше йылыһыҙ ҡалғайны. Бөтәһе ун йорт һәм 29-сы балалар баҡсаһы.

Ремонтсылар зыян күргән участканы тапҡан, торбаны алмаштырған һәм йылы бирә башлаған. Әммә бер нисә сәғәттән авария урынынан алыҫ түгел ерҙә йәнә өҙөклөк барлыҡҡа килгән.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың йәйендә 138 километрҙан ашыу торба ремонтланған, иң туҙған участкалар алмаштырылған. Бының өсөн 30 миллион һум аҡса тотонолған.

“Белоретта торбалар 40-50 йыл элек һалынған. Бөгөн уларҙың 90 проценты тиерлек туҙған. Ҡыҫҡаһы, улар шул тиклем иҫке, хатта йыш ҡына ямау ҡуйыр урын да юҡ. Улар тишелгән һәм ярылған, уларҙы еңел генә ҡаҙаҡ менән тишергә мөмкин. Һауа температураһының һиҙелерлек үҙгәрештәре үткәргес торбаларға өҫтәмә көсөргәнеш бирә. Халыҡтың йылылыҡ өсөн бурысы бик ҙур – Белорет халҡы 128 миллион һум самаһы бурыслы”, - тип яҙҙы ул.

Уның белдереүенсә, 2022 йылда Белоретта магистраль үткәргес торбаға –14 километрға капиталь ремонт талап ителә, был маҡсатҡа 330 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Алдағы өс йылға селтәрҙәрҙе ремонтлау инвестиция программаһын раҫлау өсөн тәҡдимдәрҙе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, тариф комитетына ебәргәндәр. Белореттың бөтә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын алмаштырыуға бер миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.

“Йылылыҡ һүндерелгән осраҡта түләү буйынса сумма элеккесә булыр тип борсола халыҡ. Был улай түгел. Дөйөм йорт приборҙары булмаған йорттарҙа туҡталыу ваҡытына яңынан иҫәпләнәсәк. Ә башҡа йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү ғәмәлдә ҡулланыуға ҡарап иҫәпләнә”, - тине Андрей Иванюта.

Фото: Андрей Иванютаның сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас