

Әлбиттә, “Өфө урамдарында, ихаталарҙа ҡар таҙартылмай”, “Коммуналь хеҙмәттәр эшләмәй” тип зарланғандар ҙа күп. Был зарланыуҙар бик урынлы булмауын һәм мәсьәләне хәл итеү өҫтәндә республика етәкселеге эҙмә-эҙлекле эш алып барыуын күрәбеҙ. Бының ыңғай миҫалына үҙем шаһит булдым.
Бөгөн йәшәгән йортомдан сығып та өлгөрмәнем, аптырап киттем, сит ил тракторы беҙҙең ихатаға инеп, ҡар таҙарта башланы. Заман техникаһын тиҙ генә видеояҙмаға төшөрөп, эш барышы менән идара иткән егет менән танышырға ашыҡтым. Ул “Комфорт+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Илнур Рәүил улы Солтанов булып сыҡты.
– Быға тиклем дә беҙҙең ихатаны урам һепереүсе иртәндән таҙалап тора ине. Бөгөн трактор төшөргәнһегеҙ. Эшегеҙҙә бындай ҡарлы ҡыштар йыш буламы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Беҙҙең йорт идаралығында 16 урам һепереүсе эшләй, улар йорт араһындағы юлдарҙы таҙартып тора, шулай уҡ өс техника йәлеп итәбеҙ. Бына техникаға яңы ҡорамал алдыҡ – ҡар таҙартыусы ротор. Бик уңайлы әйбер икән: ҡарҙы шундай итеп таҙартып бара, урам һепереүсегә эш тә ҡалмай тиерлек. Бөгөн өмә булды. Бөтә эшселәр сыҡты – түбә ябыусылар, урам һепереүселәр, тракторсылар. Ҡар таҙартабыҙ, ә ул яуа ла яуа. Бындай ҡыштар йыш була, ҡарлы ваҡыттарҙа ял көндәрендә эшкә сығабыҙ. Ҡарҙы таҙартырға кәрәк, ә беҙ сыҡмаһаҡ, кем таҙарта?
Был техниканы алырға Торлаҡ хужалығы идаралығы ярҙам итте. Улар һатып алды, килтерҙе, ә беҙ уның хаҡын түләйәсәкбеҙ, – тине Илнур Рәүил улы.
Ысынлап та, бөгөн коммуналь хеҙмәткәрҙәргә икеләтә ауырға төшә. Шуға ла уларҙың хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарап, мөмкин тиклем сабыр һәм аңлап ҡабул итергә кәрәтер. Улар ҡарҙы таҙартмаһа, ысынлап та, кем таҙартыр?! Аңлауыбыҙса, арабыҙҙан күптәр ҡулына көрәк алырға теләмәй...
Автор фотоһы һәм яҙмаһы.