

Республиканың коммуналь хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл каникулында ҡар яуғандан һуң аяҡҡа баҫып өлгөрмәне, 15 ғинуарға ҡарай төндә ҡала йәнә ҡар ҡамауында ҡалды. Синоптиктар фаразлауынса, ял көндәрендә ҡар күпләп яуасаҡ, ел тиҙлеге секундына 20 метрға етәсәк. Шулай булғас, йәнә ҡар менән көрәш башлана.
Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфөлә “ҡарлы өмә” үтә. Йорт яны биләмәләрен һәм урамдарҙы таҙартыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә, битараф булмаған өфөләр ҙә, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, шул иҫәптән Өфө хакимиәте һәм ҡала райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, мәғариф системаһы вәкилдәре өмәләрҙе теләк буйынса һәм белем биреү ойошмалары биләмәһендә генә үткәрә.
Баш ҡала кешеләре иртәнге сәғәт туғыҙҙан уҡ көрәктәр алып үҙҙәренең ихаталарына сыҡҡан. Маҡсаттары изге һәм берәү – ҡаланы көрттәрҙән азат итеү.
Өфөнөң Совет районы ла өмәгә ихлас ҡушылды. Унда күп фатирлы йорттар халҡы әүҙем ҡатнаша. Әүҙемселәр Злобина урамы 22/1а һәм 22/1в һанлы йорттар янындағы скверҙы таҙартҡан.
“Беҙ үҙебеҙҙә йәшәгән кешеләр менән даими рәүештә санитар йомалар һәм шәмбеләр ойоштороп торабыҙ. Бергәләшеп ғаиләләребеҙ менән саф һауала ваҡыт үткәребеҙ, күршеләр менен аралашабыҙ”, – ти Злобин урамындағы 21-се йорт буйынса рәйес Наил Әхмәтов.
Һис шикһеҙ, район биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса төп көсөргәнеш торлаҡ-коммунаь комплекс хеҙмәткәрҙәре иңенә ята. Шул уҡ ваҡытта һәр теләгән кеше үҙенең ҡалаһын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Өмә ҡаланы ҡарҙан таҙартыу айлығы сиктәрендә үткәрелә. Торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар ҡала халҡы яғынан бындай ярҙамға бик шат.
– Урам һепереүселәрҙе йәки башҡа эшселәрҙе ҡарҙы насар таҙарталар тип әрләүҙәре аяныслы күренеш. Беҙ бөтә ергә лә өлгөрә алмайбыҙ. Әлбиттә, бик күп кешеләр быны аңлап, бөгөн беҙгә ярҙамға килде. Өмәләр беҙҙең өсөн – бик яҡшы ярҙам, - тип уртаҡлашты урам һепереүсе Юрий Ефимов.
Өфөлә өмәләр үткәреү изге йолаға әүерелде. Баш ҡала властары ҡала халҡын йорт яны биләмәләрен таҙартыуға үҙ өлөшөн индерергә һәм Өфөнө бергәләп уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк һәм таҙараҡ итергә саҡыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм ҡала өмәләре 22 һәм 29 ғинуарҙа ла үткәреләсәк.
Бынан тыш өмәләргә, биләмәләрен таҙартыуға республиканың төрлө район һәм ҡалалары ла ҡушыла.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.