

Үҙегеҙ күреүегеҙсә, быйыл ҡар күп яуа, буран да әленән-әле сығып тора. Ҡарҙың күплеге бигерәк тә Өфөлә ныҡ тойола, коммуналь хеҙмәттәр уны таҙалап өлгөрә алмай. Баш ҡалала бит уны урам ситенә өйөү менән генә сикләнмәйҙәр – ситкә ташып түгәләр.
Әле Өфө урамдары ҡарҙан таҙартыламы? Комммуналь хеҙмәт эшселәре йылы өйҙәрендә телевизор алдында рәхәтләнеп ултырамы йәки телефондарында яңылыҡтар күҙәтәме? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында баш ҡала урамына сығып әйләндек.
Өфөнөң Совет районы үҙәк урындарҙан иҫәпләнә, бөтәһе лә ус төбөндә, шуға ла был районды хеҙмәтләндергән ойошмалар иңенә икеләтә яуаплылыҡ һалына.
Ҡала урамдарында йыйыштырыусылар белдереүенсә, ошо көндәрҙә ҡар менән көрәш көнө-төнө дауам итә. Был һүҙҙәрҙе баш ҡаланың Совет районының “Төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждение” предприятиеһы директоры Азат Фәүҡәт улы Рәжәпов та дәлилләне.
– Бөгөн Совет районында ҡар таҙартыуға 44 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп иттек, ә төнөн 48 кеше һәм 28 техника эшләне. Ғөмүмән, төндә булған дөйөм көстәрҙең – 77, көндөҙ иһә 68 проценты эшкә сығарыла. Бөгөн төндә үҙебеҙгә ҡараған 30 урамды таҙарттыҡ, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы, Менделеев, Ғөбәйҙуллин урамдарын һәм Октябрь проспектын таҙартып, ҡарын ташып түктек. Водителдәр төндә 108 рейс яһап, ике меңдән ашыу кубометр ҡар сығарҙы, ә көндөҙ – 1200 кубометр. Дөйөм алғанда, тәүлегенә 3200 кубометрҙан ашыу ҡар түгелә. Мәҫәлән, Менделеев урамынан ҡар полигонына барыу өсөн бер йөк автомобиленә 24 саҡрым ара үтергә кәрәк, – тине Азат Рәжәпов.
Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҙур ҡаланан бер “КамАЗ” ҡар сығарыу ябай ихатанан бер көрәк ҡар сығарып ташлауға тиң. Үҙегеҙ күреүегеҙсә, әллә күпме хеҙмәт һәм сығымдар һалына ҡала урамдарын таҙартыу өсөн. Әммә ҡаланы төҙөкләндереү өсөн яуаплы барлыҡ ойошмалар был эшкә көндәлек мәшәҡәт кеүек ҡарап, үҙ эштәре менән мәшғүл.
Беҙ барғанда Галле округы урамында ла “Йәшел хужалыҡ” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡеүәтле техника ҡар таҙартыу менән мәшғүл ине. Бында өс “КамАЗ” автомобиле ҡар ташый, бер трактор таҙарта һәм тейәй. Урам таҙарған кеүек, әммә яуым-төшөм дауам итһә, иртәгә бында тағы ла үткеһеҙ көрт буласағы аңлашыла.
Автомобилен ҡарҙан таҙартҡан бер ханымға был көнүҙәк мәсьәләгә ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
– Ҡар күп, беҙҙә коммуналь хеҙмәткәрҙәр яҡшы эшләй, күренеп тора. Мин шәхси йортта йәшәйем, унда көн дә көрәк менән йүгерергә тура килә. Ә бында барлыҡ ҡаланы таҙартырға кәрәк, – тине ул.
Уның һүҙҙәренең хаҡлығын баш ҡаланың Совет районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең баш инженеры Илнур Әдип улы Тимашевтың һүҙҙәре лә раҫлай.
– Ике сменала көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ, йәғни тәүлек әйләнәһенә. Яңыраҡ ҡына таҙартып бөткәйнек, бына тағы ла ҡар яуа. Халыҡ аңлап ҡабул итһен ине, беҙгә лә еңелдән түгел. Көндөҙгө смена – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә, ә төнгө смена киске сәғәт 8-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем эшләй.
Автомобилдәҙең юлға ҡуйылыуы ла урамдарҙы таҙартыуға ҡамасаулай. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ҡайһы бер машиналарҙы ҡар баҫҡан, хатта күренмәй ултыралар, ә бит уларға ҡар таҙартҡан техниканың яңылыш барып менеүе, төкөүе ихтимал.
Хәлде эшсе ҡулдар етмәүе лә ауырлаштыра – урам һепереүселәр ҙә, тракторсылар ҙа, водителдәр ҙә талап ителә, – ти Илнур Әдип улы.
Һәҙиә Дәүләтшина урамында ла эш ҡайнай. Техника һәм урам һепереүселәр юлды таҙарта, әммә уларҙың эшенә юл ситендә ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулауы күренеп тора. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн эвакуатор ҙа йәлеп ителгән. Ул беҙҙең күҙ алдында автомобилде ваҡытлыса алып, һуңанын кире урынына ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәне автомобилдең хужаһы сыҡты һәм ултырып, рәхәтләнеп ҡуҙғалып китте. Минең был кешегә йәнем көйҙө, “машинаһын алдан алырға булмай инеме икән” тип. Әлбиттә, бындай саҡтарҙа ҡар таҙартыусыларға ярҙам итергә кәрәк, ә ҡамасауларға түгел.
Шуны ла иғтибарға алырға кәрәктер, миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалала автомобилдәр ағымы бик көслө. Хатта ял көндәрендә лә, төндә лә юлдар тыныс түгел. Әлбиттә, бындай шарттарҙа ҙур техникаға урамдарҙы таҙартыу еңелдән түгел. Һәҙиә Дәүләтшина урамында йыйыштырыу эшен ойошторған смена мастеры Ирек Таһир улы Ниғмәтов менән ошо турала һөйләшеп алдыҡ.
– Быйыл ҡар иҫ киткес күп. Әле был участкала өс юл эшсеһе, бер тейәүсе, дүрт “КамАЗ”, бер ротор йәлеп ителгән. График буйынса бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә сыҡҡан. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә эшенә яуаплы ҡарай. Улар араһында участка начальнигы Лилиә Радик ҡыҙы Сафинаны маҡтап киткем килә. Ул бик яуаплы, тырыш, бар ергә лә өлгөрә, ял көндәрендә лә эшкә сыға. Тейәгес тракторҙың водителе Алик Венер улы Булатов, йәш булһа ла, тырыш. “Йәшел хужалыҡ” эшеһе Таһир Ғәйнислам Фәттәхов инде ун йыл дауамында бурысын яуаплы башҡара.
Беҙҙең теләк – автомобилдәрен юлда ҡалдырмаһындар ине. Күрәһегеҙ бит, бик ҡамасаулайҙар. Эвакуаторға хужаһыҙ торған транспортты күсереүгә күп ваҡыт китә, – тине Ирек Таһир улы.
Күреүебеҙсә, ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре лә ҡар таҙартыу менән мәшғүл. Әле күптәр ял итә, ә улар сафта. Әлбиттә, бер-ике көндә был тиклем ҡарҙы таҙартып өлгөрөү мөмкин дә түгел, әммә комуналь хеҙмәттәр, юлсылар һәм урам һепереүселәр тырыша. Рәхмәт уларға!
Йәшәгән йортом эргәһенә килгәс, урамдан бер колонна автомобилдәр теҙелешеп, юлды таҙартып үтеп китте. Шунан нисек улар эшләмәй, тип әйтәһең инде...
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.