Йәмғиәт
15 Ғинуар 2022, 10:50

Өйҙә ултырығыҙ...

Ырымбур өлкәһендә юлдарҙа хәрәкәт сикләнгән.

Өйҙә ултырығыҙ...Өйҙә ултырығыҙ...
Өйҙә ултырығыҙ...

“Приуралье” юл идаралығы учреждениеһы водителдәрҙе Башҡортостанда, Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә һауа торошоноң насар булыуы хаҡында иҫкәртә. Был юл идаралығына ҡараған федераль автомобиль юлдарында ҡар яуыуы, буран сығыуы, күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙәтелә.

Федераль автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу өсөн яуаплы юл хеҙмәттәре юғары әҙерлек режимында эшләй. Әлеге ваҡытта бөтә йүнәлештәрҙәге юлдарҙы таҙартыу һәм эшкәртеү өсөн 230 берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән, уларҙың 116-һы Башҡортостан менән Татарстан Республикаһында, Ырымбур өлкәһендә – 114. Махсуслаштырылған техника иҫәбе юлдағы хәлгә ҡарап көйләнә.

“Приуралье” юл идаралығы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында идаралыҡтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәте номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 7(347) 286-07-18.

“Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығы водителдәрҙе алыҫ араға сәфәргә сыҡмаҫҡа, үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, һауа шарттарына тап килгән тиҙлек режимын һайларға саҡыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ырымбур өлкәһендә М-5 “Урал” федераль автомобиль юлы участкаһында пассажирҙар автобустары, маршрут таксилары, йөк транспорты өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә.

Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында федераль автомобиль юлдары ҡарамағындағы селтәрҙә хәрәкәт күҙәтеү тәртибендә тормошҡа ашырыла.

Фото: news-life.pro

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас