Йәмғиәт
16 Ғинуар 2022, 05:00

Баланы таларға уйлап

Яуыз ир ҡатынды эҙәрлекләп, йортона тиклем баҫтырып барған...

Баланы таларға уйлапБаланы таларға уйлап
Баланы таларға уйлап

Өфөлә иҫерек ир урам утаһында баланы таларға уйлап, ташланған. Ярай әле, бәхеткә, үтеп барыусы ҡатын битараф ҡына үтеп китмәгән, малайҙың ҡысҡырыуына иғтибар итеп, уны бәләнән ҡотҡарған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәр аша белдергән.

Черниковка биҫтәһенең Вострецов урамында иҫерек ир 10 -12 йәштәр тирәһендәге баланың елкәһенән эләктереп алып, телефонын, аҡса таптырған. Был ваҡытта магазиндан ҡайтып барған ҡатын туҡтап, ярҙамға ашыҡҡан. Тәүҙә ир, баланы хәҙер үк ебәр, тигән һүҙҙәргә хатта иғтибар ҙа итмәгән, тик, полиция саҡыртам, тигәс кенә, хәшәрәтсә һүгенеп, ҡурҡыуҙан ҡобараһы осҡан малайҙы ебәргән.

Ҡатындың һүҙҙәренсә, артабан яуыз уйлы ир уның үҙен эҙәрлекләгән, ныҡ иҫерек булғас, ауа-түнә йортона тиклем баҫтырып килгән. Ҡатын ҡайтып фатирына ингәс  кенә, полицияға мөрәжәғәт итә алған.

Яуыз шул арала өҫтөндәге курткаһын да алмаштырып кейеп өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, уның эҙенә тиҙ төшкәндәр. Шулай уҡ баланың ата-әсәһе лә шымып ҡалмаған, уға ҡаршы ғариза яҙғандар. Әле был хәл менән полиция шөғөлләнә. Ундай әшәке уйлы кеше, тейешле яза алмаһа, тағы берәйһенә бәлә килтереп ҡуйыр, тип ҡурҡа баланы бәләнән ҡотҡарған ҡыйыу ҡатын.

 

Фото социаль селтәрҙән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас