Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2022, 22:00

Күсейҙәр квадрокоптер һатып алған

Уны һатып алыуҙа һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе. Нимәгә кәрәк квадрокоптер күсейҙәргә?

Күсейҙәр квадрокоптер һатып алған
Күсейҙәр квадрокоптер һатып алған

Баймаҡ районының Күсей ауылы - төбәктәге иң матур ауылдарҙың береһе. Был ауыл республикала иң күп арҙаҡлы шәхестәр биреүе менән дә данлыҡлы. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡа бик күп талантлы кешеләр тап ошо ауылдан сыҡҡан.

Ауылдың "алтын" өҫтөндә ултырыуы ла бер кемгә лә сер түгел. Рәмиевтар ваҡытынан алып Күсей ауылы эргәһендә алтын приискылары бар, йылдар үтеү менән бында алтын йыуыусылар эшләй. Әммә һуңғы ваҡытта ауылдың тәбиғәтенә, халыҡтың көтөүлек-сабынлыҡтарына ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған ойошмалар вәхшиҙәрсә хакимлыҡ итә, ерҙе тулыһынса аҡтарып, уны юҡҡа сығара.

Халыҡтың мөрәжәғәте буйынса Күсей ауылында Республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия етәкселәре була, улар урындағы халыҡ, алтын сығарыусы ойошма - йәмғиәт етәкселәре менән осраша, улар эшләгән урынды ҡарай. Һөҙөмтәлә, алтын сығарыусы ойошмаларҙың бихисап хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡлана, хатта уларҙың  ер аҫты һыуҙарын законһыҙ файҙаланыуы, ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ сығарыуы, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге талаптарҙы бөтөнләй үтәмәүе, ауыл халҡының көтөүлек-сабынлыҡ ерҙәрен юҡҡа сығарыуы дөрөҫлөккә тулыһынса тап килә.

Шуға күрә Күсей ауылы халҡы бергәләшеп, үҙҙҙәре аҡса йыйып квадрокоптер һатып алырға кәңәш ҡора. Кәрәкле 100 меңдән ашыу аҡса бер ай эсендә йыйылып, ҡоролма һатып та алына. Был ҡоролма ауыл халҡына рөхсәт ителмәгән урындарҙа лицензиялары булмаған ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған ойошмаларҙы күҙәтеү, уларҙы фото һәм видеоға төшөрөп, кәрәкле урындарға ебәреү маҡсатында ҡулланыуға ярҙам итәсәк. Бөгөн ауыл халҡы яғынан да әүҙем эш алып барыла, улар ошоға тиклем сабынлыҡ ерҙәрен теркәмәгәндәр уларҙы законлаштырыу, йәғни теркәүҙе рәсмиләштереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Күсей халҡы үҙ ерҙәре, атайсалы, тыуған ерен һаҡлап ҡалыу өсөн  бергәләшеп эш иткәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә икәнлеген яҡшы аңлай. 

Фото һәм видео: Күсей ауылы төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: