Йәмғиәт
16 Ғинуар 2022, 12:15

Ҡулдар арый, һыҙлай...

Ошондай гүзәл заттарҙың ир-егеттәр менән рәттән көндәр буйы ҡулынан көрәк төшөрмәй эшләүе үҙе хеҙмәт батырлығына тиң.

Ҡулдар арый, һыҙлай...Ҡулдар арый, һыҙлай...
Ҡулдар арый, һыҙлай...

Ниһайәт, көндәр аяҙыта башланы, ҡар ҙа туҡтап тора, әммә бөгөн дә республикала юлдарҙы һәм ҡала, ауыл урамдарын, ихаталарын таҙартыу буйынса эштәр дауам итә. Аңлауыбыҙса, ҙур ҡалалар өсөн әле был йүнәлештә башҡараһы ғәмәлдәр күп.

Ҡар яуған һуңғы көндәрҙә Өфөлә лә коммуналь хужалыҡтар, юлсылар тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләне. Уларҙың эшмәкәрлеген һәм ҡалала тәртип урынлаштырыусылар менән беҙгә лә яҡындан танышырға насип итте.

Өфө ҡала урамдарын таҙартыуҙа “Йәшел хужалыҡ” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың Галле округында ҡар таҙартыусылар менән аралашҡанда урам һепереүсе Гөлнара Сәғит ҡыҙы Әминева менән таныштыҡ.

Гөлнара Әминева Кушнаренко районының Мәмәк ауыланан көн дә йөрөп эшләй. Ул йәшәгән ауыл төп автомобиль юлынан ике саҡрым ситтә урынлашҡан. Ҡатын өйҙән таңғы 5:30 сәғәттә үк сыға, сөнки иртәнге сәғәт 8-ҙә эшкә килеп етергә кәрәк. Күп осраҡта уға үҙәк юлға тиклемге ике саҡрым араны йәйәүләп үтергә тура килә, бигерәк тә ҡарлы-буранлы көндәрҙә.

Әйтергә кәрәк, ир-егеттәр башҡара торған урам һепереүсе эшендә күпселекте ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Гөлнара Сәғит ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар теплициала, һуңынан баҡсасы булып эшләгән. Предприятие банкрот тип иғлан ителгәс, бынан алты ай элек баш ҡалаға урам һепереүсе булып урынлашҡан. Шулай итеп, яңғыҙы бала тәрбиләгән әсә көн дә иртә таңдан эшкә ашыға.   

– Бындай эштә эшләгән юҡ ине. Ҡар күплеккә бер ҙә аптырамайым. Ҡыш булғас, ҡары ла булырға тейеш инде. Ҡайҙа ебәрәләр, шунда йыйыштырабыҙ. Ошондай ҡарлы көндәрҙә ялһыҙ эшләйбеҙ. Әлбиттә, ҡулдар арый, һыҙлай. Ҡар дымлы, епшек булғас, ауыр. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа берҙәй тиң эшләй. Иртәнге сәғәт 8-ҙән биләмәне таҙарта башлайбыҙ һәм ҡушылған күләмде атҡармайынса туҡтамайбыҙ. Ҡарҙы таҙартабыҙ ҙа ул, тик өлгөрөп булмай, – ти Гөлнара Сәғит ҡыҙы.

Ошондай гүзәл заттарҙың ир-егеттәр менән рәттән көндәр буйы ҡулынан көрәк төшөрмәй эшләүе үҙе хеҙмәт батырлығына тиң. Тырыш кеше бар ерҙә лә үҙ йүнен таба, зарланып ултырмай. Бына шундай кешеләр тәү сиратта маҡтауға лайыҡ.

Дөйөм алғанда, Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә ҡаланан 26987 кубометр ҡар сығарылған, ҡар полигондарына һәм ҡар иретеү пункттарына йөк автомобилдәре 1373 рейс эшләнгән. Ошо ваҡытта 209 берәмек техника һәм 250 кеше йәлеп ителгән. Ә дөйөм алғанда, ҡыш башланғандан алып бөгөнгәсә Өфө ҡалһынан 700 мең кубометр ҡар сығарылған. Әле лә урамдарҙа тәртип булғансы ҡар таҙартыу эштәре дауам итәсәк. Шулай уҡ алдағы ял көндәрендә ҡарлы өмәләр уҙасаҡ.

Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.

Ҡулдар арый, һыҙлай...
Ҡулдар арый, һыҙлай...
Ҡулдар арый, һыҙлай...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас