

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин былтыр республикала элемтә инфраструктураһы үҫеше тураһында һөйләне. Башҡортостанда һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү буйынса федераль проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Министр белдереүенсә, программала үҙгәрештәр буласаҡ. Атап әйткәндә, әгәр быға тиклем проектҡа 250-500 кеше йәшәгән ауылдар индерелһә, хәҙер 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгәндәре индерелгән (“Элемтә тураһында”ғы Федераль Закондың үҙгәрештәренә ярашлы).
Бынан алдараҡ проект таксофон һәм күмәкләп Wi-Fi-ға инеү нөктәһе ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡайны. Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығында яңы алымды файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, хәҙер 2G һәм 4G кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре менән тәьмин иткән кәрәҙле элемтәнең база станциялары билдәләнәсәк, был иһә тораҡ пунктты кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин итәсәк.
Әлеге ваҡытта исемлеккә 1598 тораҡ пункт индерелгән. Уларҙың 130-ында эштәр 2022 йылда башҡарыласаҡ. Геннадий Разумикин әйтеүенсә, был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң ҙур квота.
Әйткәндәй, исемлек 2021 йылдың 5 октябренән 15 ноябренә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм Рәсәй почтаһы аша тауыш биреү юлы менән төҙөлгән. Республикала йәшәүсе һәр кем тауыш биреүҙә Башҡортостандың теләһә ниндәй тораҡ пункты өсөн тауыш бирә алды. Был ауылдарҙың дөйөм исемлеге Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ 2022 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығы сайтында баҫыла.
– 2030 йылға тиклем 100 һәм унан күберәк кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттарҙа интернетҡа инеү мөмкинлеге менән кәрәҙле элемтә уҙғарыла. Бөтә эштәр федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыласаҡ, - тине министр.
Башҡортостанда 2021 йылда 1600-ҙән ашыу база станцияһы төҙөлгән һәм LTE стаандартына тиклем еткерелгән, шул иҫәптән элек кәрәҙле элемтә булмаған 19 тораҡ пунктта ла.
Республика биләмәһендә тулы һанлы база станциялары ла, бәләкәйҙәре лә - фемтосоттар ҙа төҙөлә.
Әлеге ваҡытта халыҡтың 98 проценты 2 G стандартында кәрәҙле элемтәнең тотороҡло сигналы менән тәьмин ителгән ауылдарҙа даими йәшәй (тауыш биреү мөмкинлеге); халыҡтың 86 проценты кәрәҙле 3/4G элемтәһе менән ҡапланған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәй (кеҫә Интернетын файҙаланыу мөмкинлеге).
Кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре булмаған халыҡтың һаны ни бары 2 процент. Башлыса улар төпкөлдә, халыҡ аҙ йәшәгән тораҡ пункттарҙа йәшәй.
2021 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Бөтә мәктәптәрҙә лә кәрәкмәгән контенттан фильтрлау һәм мәғлүмәтте һаҡлау системаһы ҡуйылған. 2022 йылдың 1 ғинуарынан алып мәктәптәр өсөн трафик федераль бюджет иҫәбенә түләнә – яҡынса 90 миллион һум.
2019-2021 йылдарҙа Башҡортостанда бөтәһе 3086 объект киң һыҙатлы интернетҡа тоташҡан. Улар иҫәбендә - 1761 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 968 мәктәп һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһы, 199 ауыл биләмәһе хакимиәте, 74 янғын һүндереү часы, 71 мәҙәниәт объекты, 13 китапхана. 2255 километр оҙонлоғондағы сүс-оптик элемтә линиялары һәм 1249 яңы элемтә быуындары төҙөлгән.
– Иң мөһиме – төпкөл ауылдарҙа урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункттары йыһазландырылған. Тимәк, ошо урындарҙа киң һыҙатлы Интернетҡа инеү нөктәләре барлыҡҡа килгән, – тине Разумикин.
Проектҡа инвестициялар 1,8 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Селтәрҙәрҙең торошон һәм хеҙмәтләндереүен Ростелеком үҙ өҫтөнә алған.
Фото: utv.ru