

Башҡортостан Рәсәйҙә еңеүсе проекттар буйынса беренсе һәм төбәк гранттарын бергәләп финанслау буйынса икенсе урын яуланы. Коммерцияға ҡарамаған еңеүселәр һаны буйынса республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәре буйынса, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡала, беренсе урында.
Башҡортостандан 74 ойошма еңеүсе тип танылған. Улар яулаған гранттарҙың дөйөм суммаһы 76,2 миллион һум тәшкил итә. Был хаҡта республика Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурстар үҙәге хәбәр итә. Башҡортостандағы 60 муниципаль берәмектән конкурсҡа 516 проект килгән. Был - ил төбәктәре араһында ғаризалар буйынса, Белгород өлкәһенән ҡала, икенсе урын. Президент гранттарына илдәге 85 төбәктән барлығы 104784 грант дәғүә иткән. Еңгән гранттар һаны буйынса Башҡортостан, Санкт-Петербургтан һәм Һамар өлкәһенән һуң, өсөнсө урында. Ә Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән һуң - икенсе урында.
Республика проекттары 11 грант йүнәлеше буйынса тәҡдим ителде һәм 10-ы буйынса еңеү 5,43 миллион һумлыҡ иң ҙур грантты "Содействие " инвалид балалар ата-әсәләре төбәк ижтимағи ойошмаһы алған.
Президент гранттары фонды төбәк грант конкурстарын бергәләп финанслау буйынса һөҙөмтәләргә йомғаҡ яһаған. Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, ил төбәктәре араһында бының буйынса икенсе урын яулап, Рәсәй Президентының 101469254 һум күләмендәге грантын алды.
Фото: социаль селтәрҙән.