Йәмғиәт
17 Ғинуар 2022, 15:00

Тыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләп ялҡҡан

Был хәл Салауат районында булған... Ә һеҙҙең арала тыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләгән кешеләр бармы? Был һеҙгә ҡамасауламаймы? 

Тыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләп ялҡҡанТыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләп ялҡҡан
Тыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләп ялҡҡан

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Салауат район-ара судында ошо районда йәшәгән 60 йәшлек ирҙең ғаризаһы буйынса гражданлыҡ эше ҡаралған. Ир ЗАГС бүлегенә уның тыуыу тураһында акт яҙмаһына үҙгәрештәр индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән, йәғни ул 1962 йылдың 3 ғинуары урынына 1961 йылдың 11 октябрен яҙҙырырға теләгән.

Үҙе әйтеүенсә, әсәһе уны 1961 йылдың 11 октябрендә дауаханала түгел, ә өйҙә тапҡан. Был осорҙа атаһы өйҙә булмаған. Ауыл советына уның тыуыуын теркәү тураһында ғариза менән бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән. Атаһы ҡайтҡас ҡына ауыл Советына ғариза яҙа һәм унда малайҙың тыуған көнөн 1962 йылдың ғинуарына теркәйҙәр.

- Суд, был эш буйынса йыйылған дәлилдәрҙе анализлап һәм уларға хоҡуҡи баһа биреп, ирҙең тыуыу тураһында акт яҙмаһының дөрөҫ булмауының йәки ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға тап килмәүенең, шулай уҡ акт яҙмаһының тыуыу актын теркәү ҡағиҙәләренә яуап бирмәүенең дәлилләнмәүе тураһында һығымтаға килде. Ғаризаны ҡәнәғәтләндереү кире ҡағылды, - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Судтың: “Тыуыу тураһындағы акт яҙмаһына үҙгәрештәр индереү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауына ир кеше “йылына ике тапҡыр тыуған көнөн билдәләп ялҡыуын” белдергән.

Ә һеҙҙең арала тыуған көндәрен йылына ике тапҡыр билдәләгән кешеләр бармы? Был һеҙгә ҡамасауламаймы?

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас