Йәмғиәт
17 Января 2022, 11:45

Тыуған яғына һөйөү билдәһе

Атаһы яҡты донъя менән хушлашҡас, был изге эште уның ҡыҙы Елена Васильевна Николаева дауам иткән.

Тыуған яғына һөйөү билдәһеТыуған яғына һөйөү билдәһе
Тыуған яғына һөйөү билдәһе

“Атайсал” проектында ҡатнашыусылар тыуған яғы үҫешенә, сәскә атыуына ярҙам итә. Быға тағы бер сағыу миҫал: Ауырғазы районындағы Сыуаш-Ҡарамалы ауылында меценаттар аҡсаһына Святитель  Бөйөк Василийҙың проваславие ҡорамы төҙөлдө.

Ауыл халҡы яҡташтары, Тау фәндәре академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, тарих һәм этнография менән шөғөлләнгән Василий Васильевич Николаев менән ғорурлана. Ул “Сыуаштар: этник тарих һәм йолаға әйләнгән мәҙәниәт” (2000), “Боронғо дәүерҙән әлеге заманға тиклемге сыуаш костюмы” (2002), “Сыуаш халҡы генеалогияһы” (2004), “Сыуаштарҙың ата-бабалары тарихы (б.э. III быуаттан б.э. XV быуатҡа тиклем) (2005) һәм башҡа монографиялар авторы. Оҙаҡ йылдар ете томдан торған “Сыуаштарҙың иллюстрацияларҙағы тарихы” әҫәре өҫтөндә эшләгән, тик өс томын ғына сығарып өлгөргән, үлеме алдынан тиерлек “Сыуаштар тарихы: Элекке дәүер” атласы – хеҙмәтен баҫмаға ҡул ҡуйған.

Сыуаш-Ҡарамалы ауылында күптән түгел генә сиркәү юҡ ине, шуға бында йәшәүселәр Бишҡайынға йөрөр булған. Василий Николаев тарафынан төҙөлгән Святитель Бөйөк Василийҙың яҡты иҫтәлегенә төҙөлгән сиркәү Сыуаш-Ҡарамалы ауылының 260 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләккә әйләнгән. Ә был сараны 2000 йылда билдәләгәйнеләр.

Атаһы яҡты донъя менән хушлашҡас, был изге эште уның ҡыҙы Елена Васильевна Николаева дауам иткән. 2020 йылдан бағыусылыҡ ярҙамында сиркәүҙең ҡыйығына, баҫҡыстарына, һыу үткәргестәренә капиталь ремонт эшләнгән, эске биҙәлеш эштәре атҡарылған. Шулай уҡ меценат ярҙамында сиркәүҙең тәҙрәләре пластикка алмаштырылған, электр уты үткәрелгән. Ҡорам биләмәһендә Святитель Бөйөк Святославҡа бронза һәйкәле ҡуйылған, уның эргәһендә зәңгәр шыршылар ултыртылған, брусчаткалар түшәлгән. Барлыҡ эштәр суммаһы 6,5 миллион һумға барып баҫҡан. 2021 йылдың 14 ғинуарында, Святитель Василийҙың хәтер көнөндә, Салауат һәм Күмертау епископы изге Николай килгән.

- Елена Васильевнаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул атаһының, Василий Николаевичтың, изге юлын дауам итте, - тип һөйләй ауыл хакимиәте башлығы Николай Ефремов. – Улар ябай ғына эш атҡарманы, ауылдағы кешеләрҙе  тупланы. Ә үҫкән быуын өсөн яҡташтарыбыҙҙың тыуған яғына һөйөү билдәһенә әүерелде.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас