

Башҡорт дәүләт университетында белем эстәгәндә, бигерәк тә һуңғы курстарҙа ғалимдарҙың аспирантураға уҡырға барырға өгөтләүе хәтерҙә. Улар быны үҙ миҫалында ентекле аңлатты, бынан тыш, ғалим, педагог һөнәрҙәренең, ғөмүмән, педагог хеҙмәтенең хөрмәтле лә, маҡтаулы ла икәнен айырыуса билдәләне. “Фән һәр саҡ үҫешергә тейеш, һеҙ алмаш ролен үтәргә бурыслы”, – тине университет уҡытыусылары. Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр фән юлын һайланы, уларҙың ғалим булыуы – барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙыҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ. Хәҙер күптәре фән докторы, профессор кимәленә күтәрелде.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, физика-математика фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ринад ЮЛМӨХӘМӘТОВ та юғары уҡыу йортонан тура аспирантураға ингән. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән күренекле ғалим менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ринад Салауат улы, исемегеҙҙәге һуңғы хәреф үтә яңғырауыҡлы. Ринат тип әйтеп күнегелгән. Уны ҡайҙан алғандар, кем ҡушҡан?
– Күрәһең, үткән быуаттың 50-се йылдар аҙағында метриканы тултырған белгес шулай яҙғандыр. Ысынлап та, беҙҙә лә Ринат һәр саҡ “т” менән әйтелә.
– Документтар әҙерләгән ошо белгес “биләүҙә ятҡан сабыйҙың киләсәге данлы булһын” тип теләгәндер, моғайын! Ни тиһәң дә, юрағаның юш килә, тиҙәр. Ринадты киреһенсә уҡыһаң, Данир йәки дан ир, данға күмелгән, дан яулаған ир килеп сыға түгелме?!
– Илдар ҡустым, фантазияғыҙ көслө икән дә. Күпме йәшәйем, был турала һис тә уйланғаным юҡ. Өйгә ҡайтҡас та ҡатыныма маҡтанасаҡмын (көлә).
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙ, гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр...
– Элек юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙе йүнәлтмә нигеҙендә эшкә ебәреү ғәҙәти күренешкә әйләнгәйне. Ленинградтағы (хәҙер Санкт-Петербург) юғары уҡыу йорттарының береһен бөтөргәс тә сибәрҙәрҙән-сибәр Натальяны Башҡортостанға эшкә оҙатҡандар, шулай итеп, йәш ҡыҙҙың хеҙмәт биографияһы Өфөлә башлана. Наталья Евгеньевна тыумышы менән Бөйөк Новгород ҡалаһынан, һөнәре буйынса – химик. Өфө беҙҙе осраштырҙы һәм ҡауыштырҙы. Һүҙ юҡ, кәләшемдән уңдым, уның менән үҙемде бик бәхетле тоям. Яҙмыш беҙҙе осраҡлы осраштырмағандыр, тип уйлайым. Ҡатнаш ғаиләлә бынамын тигән ике бала үҫте. Улыбыҙ Дмитрий ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында төпләнде, “Роснефть” нефть һәм газ компанияһында бүлек начальнигы булып эшләй. Ҡыҙыбыҙ Әлфиә иһә Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡәйнәм Анна Ефимовна сабыйға Анна тип исем ҡушыуыбыҙҙы ныҡ теләне. Беренсе балабыҙ Дима булғас, ғәҙеллек яҡлы кәләшем башҡортса Әлфиә булһын тигән тәҡдимен индерҙе. Онотоп торам, балаларыбыҙҙың икеһе лә Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамланы, икеһе лә – математика фәндәре кандидаты. Өс ейәнем һәм ике ейәнсәрем буй еткерә.
– Ғәзиз кешеләрегеҙ менән бергә йыш йыйылаһығыҙмы?
– Ғаиләм – ҡәлғәм. Әлфиәләр менән бер ҡалала йәшәгәс, форсат сыҡҡан һайын күрешәбеҙ. Яңы йылды матур итеп бергә ҡаршыланыҡ. Ә инде Дмитрий йыраҡта төпләнгәс, ундай бәхет һирәк тәтей.
– Һеҙ – танылған ғалим. Шәхсән Ринад Юлмөхәмәтов өсөн фәндең юл башында торған шәхес кем?
– Йорт оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн, уның нигеҙе ныҡлы булырға тейеш, минең менән килешәһегеҙҙер. Ишембай районының Этҡол мәктәбе (мин ошо ауылда тыуып үҫтем) һәр ваҡыт көслө белем усаҡтарының береһе иҫәпләнде. Рәсми исеме – Үрге Этҡол, ә беҙ Этҡол тип йөрөтәбеҙ. Бында һигеҙенсе кластан һуң Ураҙбай һәм Аҙнай ауылдарынан да малай һәм ҡыҙҙар уҡыны.
Миңә айырыуса математика һәм физика предметтары еңел бирелде. Дәрестәрҙән һуң теүәл фәндәр буйынса түңәрәктәрҙе көтөп алдым. Маҡтаныу түгел, уҡыу алдынғыһы ла булғас, түңәрәктәрҙе лә ҡалдырмағас, математика уҡытыусыһы мине һәр ваҡыт олимпиадаларға йөрөттө. Унда тәүге урындарҙы йыш алдым. Моғайын да, уңыштарым өсөн миңә ҡарағанда уҡытыусым Салауат Абдрахманов нығыраҡ шатланғандыр. Туған мәктәп кенә түгел, хатта тотош район данын яҡлай торғайным. Салауат Ғәли улы “афарин!”, “һин – ғорурлығыбыҙ!” тип һәр саҡ дәртләндереп торғас, ярыштарға етдиерәк әҙерләнәм. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланым, заманында ул һирәк күренеш ине.
Башҡорт дәүләт университетында ғалимдар Йәүҙәт Солтанаевтың, Алексей Леонтьевтың тәрән белемле һәм киң эрудициялы булыуына һоҡландым. Әлбиттә, аспирантурала уҡығанда етәксем Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы Валентин Напалков математика донъяһының ишеген ҙурыраҡ асып инергә ярҙам итте. Олуғ ғалим Валентин Васильевич тураһында күп һөйләргә мөмкин, остазым һәр йәһәттән дә өлгө булды.
Һүҙ ҙә юҡ, ғүмер бүләк иткәндәре өсөн әсәйем менән атайыма рәхмәтем сикһеҙ. Әсәйемдең исеме – Хәҙисә, ул мине аяҡҡа баҫтырыуға, халыҡса әйткәндә, кеше итеүгә бар көсөн һалды.
– “Математика – бөтә фәндәрҙең дә батшаһы” тигән ҡанатлы һүҙҙәргә ҡарашығыҙ нисек?
– Математиканы бар фәндәрҙең дә батшаһына тиңләү ысынбарлыҡҡа тура килә. Атаҡлы немец ғалимы Карл Гаусстың һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Донъяның иҫәп-хисапҡа ҡоролоуын онотмайыҡ. Математика – фекер йөрөтөү фәне, дөрөҫөрәге, ул фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә көслө этәргес бирә.
– Һеҙ бик оҙаҡ йылдар юғары уҡыу йортонда белем бирәһегеҙ. Студенттар элек ниндәй ине лә, хәҙер нисек? Фән юлынан барырға атлығып торалармы?
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, айырма ер менән күк араһына тиңдер. Бөгөн ғилем тауҙарын яуларға бик ашҡынып тормайҙар шул. Әле ҡыҙ һәм егеттәр бөтөнләй икенсе мөхиттә йәшәй. Йәштәр фекеренсә, иртәнсәк аҡсаны ҡайҙалыр йүнәлтәһең, кис унан ҙур итеп килем алаһың. Рәхәт кенә уйлайҙар, тиҙ байырға теләйҙәр. Ә яҙмышын ғилем менән бәйләгәндәр туҡтауһыҙ уҡый, эҙләнә. Юҡҡа ғына белем алыуҙы энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләмәйҙәр.
Әйтәйек, уртаса алғанда, кеше 27-28 йәштә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Әгәр ҙә ул шунда уҡ юғары уҡыу йортоноң доценты булып китһә, был уның өсөн оло ҡаҙаныш һанала. Фән кандидатының эш хаҡын һанамайыҡ, ситкә ҡуйып торайыҡ. Әгәр ҙә ул ир кеше икән, ғаиләһен ҡарарға кәрәк. Фекерем шулай: элек фән кандидаты булыуҙы киләсәктә яҡшы тормошҡа билет алыуға тиңләнеләр.
– Ғалимдарҙың, доценттарҙың әленән-әле ҙур суммаға грант отоуын иҫәпкә алғанда, хәлдәр улай уҡ хөрт түгел. Хөкүмәт тә шаҡтай ҙур ярҙам күрһәтә...
– Йыраҡ йөрөйһө түгел, 2021 йылда 18 миллион һумлыҡ грант (өс йылға иҫәпләнгән) оттоҡ. Комплекслы анализлау тәңгәлендә эште алып барҙыҡ. Кемдәр улар? Өфөнән беҙ, биш кеше, йәнә Санкт-Петербург ҡалаһынан ике ғалим һәм Норвегиянан бер профессор. Эйе, ярҙамды һәр саҡ тоябыҙ.
– Һеҙ нисә аспирант әҙерләнегеҙ?
– “Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр” тигән шикелле, әле бер аспирантым эҙләнеүҙәр юлында. Ғәлиә Ғайсина үҙе фән менән ныҡлап шөғөлләнергә теләк белдерҙе. Ныҡышмал, егәрле, уҡырға ынтылышы шул хәтлем көслө, ҡыҫҡаһы, тырыш заттарҙың береһе. Ундайҙар менән эшләү – үҙе ҙур кинәнес. Ғөмүмән, бөтәһе туғыҙ аспирантҡа етәксе булдым.
– Белеүемсә, һеҙ 29 йәштә докторлыҡ диссертацияһы яҡлағанһығыҙ...
– Мәскәүгә юлландым, Стеклов исемендәге Математика институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡланым. Бер ҡыҙыҡ хәлде иҫкә төшөрҙөгөҙ әле. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағанда аудиториянан коридорға сыҡтым. Әҙме-күпме тулҡынланыу ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Артымдан һонтор кәүҙәле өлкән академик та эйәрҙе.
– Һеҙгә нисә йәш һуң? – тип һораны ул.
– 29, – тинем.
– Фән докторы булыу өсөн иртәрәк әле, иртәрәк, – тимәһенме!
– Ну, ғинуарҙа 30 тула, – тип яуап бирҙем.
– 30 йәш бер айҙан тула бит, мин “бөгөн нисә йәш?” тип һорайым, – тип аптыратты академик...
– Нисек уйлайһығыҙ, һеҙ ниндәй ғалим, йомшаҡ күңеллеме, әллә талапсанмы?
– Кисә генә хөрмәтле ғалимә менән телефон аша хәбәрләштек. Ул инде студенттарҙың имтихандарға тейешле кимәлдә әҙерләнмәүенә әсенеүен белдерҙе. Минеңсә, тырыштарға һәм башы булғандарға “уҡырға кәрәк” тип өгөтләү ҙә, “сессияны тапшыра алмаһаң, аҙағы насар тамамланыуы ихтимал” тип янау ҙа кәрәкмәй. Араларында осрай шундайҙар, әлбиттә, һирәк улар, фекерләй белмәйҙәр, хатта викторина уйынына килгән кеүек күренәләр...
– Ринад Салауат улы, тыуған яҡ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы? Ауылығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Әсәйем иҫән түгел, атай йорто ла юҡ, шулай булғас, Үрге Этҡолға йыш ҡайтып булмай.
– Һеҙ – этҡолдарҙың ғына түгел, ә ишембайҙарҙың да ғорурлығы. Һеҙҙе районда ойошторолған сараларға йыш саҡыралармы?
– Әлбиттә, мәктәптә йәки районда һәм ауылда уҙғарылған сараларға саҡыралар. Мәктәптә класташтарым эшләй, улар менән бәйләнеш тотам. Ауылда туғандарым ғүмер итә. Хәҙер бит кеҫә телефонының һәр йәһәттән дә ярҙамы ҙур. Берәйһе менән аралашырға теләһәң, бер төймәгә баҫыу ҙа етә, ул кеше янына мотлаҡ барырға түгел. Пандемия осоронда күрешеүҙәрҙән тыйылып тороу хәйерлерәктер.
– Һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
– Тормошта бер нимәне лә алдан иҫәпләп сығарыу мөмкин түгел, бөтәһе лә яҡынса ғына килеп сыға. Йәһәннәмдә ятҡан Бөйөк Новгород ҡыҙы менән ғаилә ҡороуҙы, һис һүҙһеҙ, мөғжизәгә тиңләйем.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Иң беренсе сиратта – донъялар имен торһон, һәр беребеҙ һау булайыҡ. Минән, математиктан, коронавирустың ҡасан бөтөүен йыш һорайҙар, шул иҫәптән һеҙ ҙә, уратып-суратып булһа ла, һүҙҙең ебен шуға алып барып тоташтырҙығыҙ. Билдәһеҙлек алдындабыҙ, был йәһәттән математик иҫәпләүҙәр юҡ. Тормош дауам итә, яуыз һәм мәкерле сир ҙә параллель рәүештә йәнәш атлай. “Фәлән көндә ковид-19 бөтә” тип берәү ҙә күрәҙәлек ҡыла алмай. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, кешелек юҡҡа сыҡһа, коронавирус нимә эшләр, уға ла тереклек итергә кәрәк бит. Миҙгеленә ҡарап ауырып ала торған киҙеү кимәлендә ҡалыр ул.
– Ринад Салауат улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.