Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 04:01

Ҡар тыуҙырған һынауҙар

Урам һепереүселәр ҙә, тракторсылар ҙа талап ителә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Быйыл ҡар күп яуа, әленән-әле буран сығып тора. Ҡарҙың мул булыуы Өфөлә лә ныҡ тойола, коммуналь хеҙмәттәр уны таҙалап өлгөрә алмауға зарлана. Уларҙың зарын да аңларға мөмкин, баш ҡалала бит ҡарҙы урам ситенә өйөү менән генә сикләнмәйҙәр – ситкә ташып түгәләр.

Әле Өфө урамдары таҙартыламы? Коммуналь хеҙмәт эшселәре нисек эшләй? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында баш ҡала урамдарына сығып әйләндек.

Ҡала урамдарында йыйыштырыусылар белдереүенсә, ошо көндәрҙә ҡар менән көрәш көнө-төнө дауам итә. Был һүҙҙәрҙе баш ҡаланың Совет районының “Төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждение” предприя­тиеһы директоры Азат Фәүҡәт улы Рәжәпов та дәлилләне.

– Бөгөн Совет районында ҡар таҙартыуға 44 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп иттек, ә төнөн 48 кеше һәм 28 техника эшләне. Төндә үҙебеҙгә ҡараған 30 урамды таҙарттыҡ, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы, Менделеев, Ғөбәйҙуллин урамдарын һәм Октябрь проспектынан ҡарҙы көрәп, ташып түктек. Дөйөм алғанда, тәүлегенә 3200 кубометрҙан ашыу килеп сыға, – тине ул.

Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҙур ҡаланан бер “КамАЗ” ҡар сығарыу ябай ихатанан бер көрәк ҡар сығарып ташлауға тиң. Үҙегеҙ күреүегеҙсә, ҡала урамдарын таҙартыу өсөн әллә күпме хеҙмәт һәм сығымдар һалына. Әммә ҡаланы төҙөкләндереү өсөн яуаплы барлыҡ ойошмалар, был эшкә көндәлек мәшәҡәт кеүек ҡарап, үҙ эштәре менән мәшғүл.

Беҙ барғанда Галле округы урамында ла “Йәшел хужалыҡ” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡеүәтле техника ҡар таҙартыу менән мәшғүл ине. Урам таҙарған кеүек, әммә яуым-төшөм дауам итһә, иртәгә бында тағы ла үткеһеҙ көрт буласағы аңлашыла.

Автомобилен ҡарҙан таҙартҡан бер ханымға был көнүҙәк мәсьәләгә ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.

– Ҡар күп, беҙҙә коммуналь хеҙмәткәрҙәр яҡшы эшләй. Мин шәхси йортта йәшәйем, унда көн дә көрәк менән сығырға тура килә. Ә бында барлыҡ ҡаланы таҙартырға кәрәк, – тине ул.

Уның һүҙҙәренең хаҡлығын баш ҡаланың Совет районының Төҙөклән­дереү буйынса хеҙмәтенең баш инженеры Илнур Әдип улы Тимашев та йөпләй:

– Ике сменала көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ, йәғни тәүлек әйләнәһенә. Яңыраҡ ҡына таҙартып бөткәйнек, бына тағы ла ҡар яуа. Халыҡ аңлап ҡабул итһен ине, беҙгә лә еңелдән түгел. Көндөҙгө смена – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә, ә төнгө смена киске сәғәт 8-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем эшләй.

 Автомобилдәрҙең юл ситенә ҡуйылыуы ла урамдарҙы таҙартыуға ҡамасаулай. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ҡайһы бер машиналарҙы ҡар баҫҡан, хатта күренмәйҙәр, ә бит уларға ҡар таҙартҡан техниканың яңылыш барып менеүе, төкөүе ихтимал.

Хәлде эшсе ҡулдар етмәүе лә ауырлаштыра – урам һепереүселәр ҙә, тракторсылар ҙа, водителдәр ҙә талап ителә.

Һәҙиә Дәүләтшина урамында ла эш ҡайнай. Техника һәм урам һепереүселәр юлды таҙарта, әммә уларҙың эшенә юл ситендә ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулай. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн эвакуатор йәлеп ителгән. Ул беҙҙең күҙ алдында автомобилде ваҡытлыса алып, һуңынан кире урынына ҡуйҙы.

Шуны ла иғтибарға алырға кәрәктер, миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалала автомобилдәр ағымы бик көслө. Хатта ял көндәрендә лә, төндә лә юлдар тыныс түгел. Әлбиттә, бындай шарттарҙа ҙур техникаға урамдарҙы таҙартыу еңелдән түгел. Смена мастеры Ирек Таһир улы Ниғмәтов менән ошо турала һөйләшеп алдыҡ.

– Әле был участкала өс юл эшсеһе, бер тейәүсе, дүрт “КамАЗ”, бер ротор йәлеп ителгән. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә эшенә яуаплы ҡарай. Улар араһында участка начальнигы Лилиә Радик ҡыҙы  Сафинаны маҡтап киткем килә. Ул бик яуаплы, ял көндәрендә лә эшкә сыға. Тейәгес тракторҙың водителе Алик Венер улы Булатов, йәш булһа ла, тырыш. “Йәшел хужалыҡ” эшсеһе Таһир Ғәйнислам улы Фәттәхов инде ун йыл дауамында бурысын яуаплы башҡара.

Беҙҙең теләк – автомобилдәрен юлда ҡалдырмаһындар ине. Күрәһегеҙ бит, бик ҡамасаулайҙар. Эвакуаторға хужаһыҙ торған транспортты күсереүгә күп ваҡыт китә, – тине ул.

Әлбиттә, “Өфө урамдарында, ихаталарҙа ҡар таҙартылмай”, “Коммуналь хеҙмәттәр эшләмәй”, тип зарланғандар ҙа күп. Был зарланыуҙар бик урынлы булмауын һәм мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә республика етәкселеге эҙмә-эҙлекле эш алып барыуын күрәбеҙ. Бының ыңғай миҫалына үҙем шаһит булдым.

Йәшәгән йортомдан сығып та өлгөрмәнем, аптырап киттем, сит ил тракторы беҙҙең ихатаға инеп, ҡар таҙарта башланы. Эш барышы менән идара иткән егет менән танышырға ашыҡтым. Ул “Комфорт+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Илнур Рәүил улы Солтанов булып сыҡты.

– Беҙҙең йорт идаралығында 16 урам һепереүсе эшләй, улар йорт араһындағы юлдарҙы таҙартып тора, шулай уҡ өс техника йәлеп итәбеҙ. Бына техникаға яңы ҡорамал алдыҡ – ҡар таҙартыусы ротор. Бөгөн өмә булды. Бөтә эшселәр сыҡты – түбә ябыусылар, урам һепереүселәр, тракторсылар. Был техниканы алырға Торлаҡ хужалығы идаралығы ярҙам итте, – тине ул.

Ысынлап та, бөгөн коммуналь хеҙмәткәрҙәргә икеләтә ауырға төшә. Шуға ла уларҙың хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарап, мөмкин тиклем сабыр һәм аңлап ҡабул итергә кәрәктер. Улар ҡарҙы таҙартмаһа, ысынлап та, кем таҙартыр?! Аңлауыбыҙса, арабыҙҙан күптәр ҡулына көрәк алырға теләмәй...

Ниһайәт, яуым-төшөм кәмене, әммә юлдарҙы һәм ҡала, ауыл урамдарын, ихаталарҙы таҙартыу буйынса эштәр дауам итә. Аңлауыбыҙса, ҙур ҡалалар өсөн әле был йүнәлештә башҡараһы ғәмәлдәр күп.

Өфө ҡалаһы урамдарын таҙартыуҙа “Йәшел хужалыҡ” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың Галле округы урамында ҡар таҙартыусылар менән аралашҡанда урам һепереүсе Гөлнара Әминева менән таныштыҡ.

Гөлнара Сәғит ҡыҙы Кушнаренко районының Мәмәк ауыланан көн дә йөрөп эшләй. Ул йәшәгән ауыл төп автомобиль юлынан ике саҡрым ситтә урынлашҡан. Ҡатын өйҙән таңғы сәғәт 6-сы яртыла уҡ сыға, сөнки иртәнге сәғәт 8-ҙә эшкә килеп етергә кәрәк. Күп осраҡта уға үҙәк юлға тиклемге араны йәйәүләп үтергә тура килә, бигерәк тә ҡарлы-буранлы көндәрҙә.

Әйтергә кәрәк, ир-егеттәр башҡара торған урам һепереүсе хеҙмәтендә күпселекте ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Гөлнара Сәғит ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар теплицала эшсе, баҡсасы булып эшләгән.

– Ҡар күплеккә бер ҙә аптырамайым. Ҡыш булғас, уныһы ла булырға тейеш инде. Ҡайҙа ебәрәләр, шунда йыйыштырабыҙ. Ошондай ҡарлы көндәрҙә ялһыҙ эшләйбеҙ. Әлбиттә, ҡулдар арый, һыҙлай. Иртәнге сәғәт 8-ҙән биләмәне таҙарта башлайбыҙ һәм ҡушылған күләмде атҡармайынса туҡтамайбыҙ, – ти ул.

Ошондай гүзәл заттарҙың ир-егеттәр менән рәттән көндәр буйы ҡулынан көрәк төшөрмәй эшләүе үҙе хеҙмәт батырлығына тиң. Тырыш кеше бар ерҙә лә йүнен таба, зарланып ултырмай. Бына шундай кешеләр тәү сиратта маҡтауға лайыҡ.

Дөйөм алғанда, урамдарҙа тәртип булғансы ҡар таҙартыу эштәре дауам итәсәк. Шулай уҡ алдағы ял көндәрендә ҡарлы өмәләр уҙасаҡ.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас