

Ауылда мәҙәниәт йорто - тормош үҙәге ул. Ҡариҙел районындағы Йәнсәйет ауылында ла шулай. Бында ауылдаштар байрам ойоштора, ял итә, яратҡан эше менән шөғөлләнә һәм балаларҙы ижадҡа, оҫталыҡҡа өйрәтә. Был клубҡа инвестор Илья Компанченко яңы һулыш өрҙө - "Атайсал " проекты сиктәрендә бинаға капиталь ремонт эшләтте. Хәҙер иҫке мәҙәниәт йортон танырлыҡ түгел: таҙа, заманса, матур һәм йылы. Әйтерһең дә бинаны яңынан төҙөгәндәр!
Клуб менән бергә бында почта бүлексәһе һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Шулай итеп, объекттар Илья Компанченко көсө менән яңыртылды.
Ҡариҙел районындағы "Олимпиец" физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә хоккей уйнай торған урын бар. Унда малайҙар йыйылыусан: хоккей уйнайҙар. Ваҡыт үтә торғас, хоккей ҡабы иҫкерҙе һәм "Атайсал" проекты сиктәрендә район хакимиәте башланғысы менән спорт менән шөғөлләнер өсөн өр-яңыһы барлыҡҡа килгән. Унда хәҙер тәүлек әйләнәһенә күнекмәләр үткәрергә мөмкин. Ә заманса яҡтыртыу системаһы быға булышлыҡ итә лә. Бында боҙға сығыр алдынан ял итергә була, сисенеү-кейенеү урыны бар, йылынырға һәм хатта душҡа барырға мөмкин. "Хәҙер күнекмәләр өсөн барлыҡ шарттар бар", - тип иҫәпләй Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рушан Муллаяров.
Фото: Ҡариҙел райоеы хакимиәте.