Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 06:00

Флүрә Килдейәроваға – юғары награда

Күренекле йырсыны ҡотларға почетлы ҡунаҡтар, уның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ижадын һөйөүселәр килде.

Флүрә Килдейәроваға – юғары наградаФлүрә Килдейәроваға – юғары награда
Флүрә Килдейәроваға – юғары награда

Йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова юғары награда – Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Уның юбилейы айҡанлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт булды.

Сараға почетлы ҡунаҡтар, Флүрә Килдейәрованың төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм йырсының ижадын һөйөүселәр йыйылды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын еткереп, Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. «Күп йыллыҡ әүҙем ижади эшмәкәрлегегеҙ менән һеҙ Рәсәйҙең вокал сәнғәте үҫешенә  юғары өлөш индерҙегеҙ», - тиелгән ине ҡотлауҙа.

Концерт программаһында Флүрә Әхмәтша ҡыҙы башҡарыуында халыҡ йырҙары, опера ариялары, вокал лирикаһы яңғыраны. Шулай уҡ йырсының коллегалары, уҡыусылары музыкаль бүләген еткерҙе.

Концерт бик йәнле барҙы, Флүрә Килдейәрова тамашасылар менән иҫтәлектәре, уйҙары менән бүлеште.

Фото Е. Соколов.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас