

Былтыр декабрь аҙағында балалар өсөн бушлай аҙыҡ-түлек алыу өсөн документтар һанын ҡыҫҡартыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Башҡортостан Хөкүмәтенең 784-се ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Тап уға ярашлы, өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө ҡатындар, сабый имеҙгән әсәйҙәр һөт продукцияһы, ҡоро ҡушылмалар менән бушлай тәьмин ителә.
- Ташламаларға эйә булыу өсөн документтар менән эш итеүҙең нисек мәшәҡәтле икәнленен иҫәпкә алып, был процедураны мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. - Шуға бушлай туҡланыуҙы рәсмиләштереү тәртибенә үҙгәрештәр индереү башланғысы менән сығыш яһаныҡ.
Документтар исемлегенән урын буйынса йәшәгәнде йәки мохтаж булғанды раҫлаған документ алынған. Хәҙер ғаилә составы тураһындағы был белешмәне баланы опекаға алғандарға йәки ата-әсәләргә документтарҙы беренсе тапҡыр юллағанда ғына күрһәтергә кәрәк. Ә документтарҙы "Һөт кухняһы" пункты, "Минең документтар" күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.
Фото: pravitelstvorb.ru