Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 09:00

Ғәлимә инәйгә – 100 йәш!

"Һәр кем үҙ бәхете менән тыуа тигәндәренә йәш саҡта шикләнеберәк ҡарай торғайным..."

Ғәлимә инәйгә – 100 йәш!Ғәлимә инәйгә – 100 йәш!
Ғәлимә инәйгә – 100 йәш!

Ошо көндәрҙә Ғәлимә Ниғмәтуллина 100 йәшен билдәләне. Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙына ҡотлау сәләмен Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ебәрҙе. Ә Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов йөҙйәшәрҙе өйөнә барып ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.

– Һәр кем үҙ бәхете менән тыуа тигәндәренә йәш саҡта шикләнеберәк ҡарай торғайным, – тип һөйләй Нуриман районы Баш-Шиҙе ауылында ғүмер иткән Ғәлимә Ниғмәтуллина. – Йәшәйештә төрлө саҡтар булды, бәхетле тормош юлы үттем, яҙмышыма рәхмәтлемен.

Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы ғүмер буйы туған хужалығында тир түккән, һәр саҡ алдынғылар исемлегендә булған. Ул әйтеүенсә, күңелдә яҡты уйҙар йөрөтөү, изге маҡсаттар менән яныу, эштән туҡтамау, һәр саҡ хәрәкәт итеү – оҙон ғүмерле булыуҙың сере.

Фото: Вилдан Ситдиҡов.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас