Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 08:20

Ә ғүмер туҡтамай…

foto.byfoto.by
Фото:foto.by

Сәғәт келт-келт итеп туҡтауһыҙ яҙмыштың минуттарын, секундтарын иҫәпләй. Үткән ғүмерҙе тарих йылъяҙмаһына яҙа ла яҙа, ә ҡалған йылдарҙы һис әйтмәй.

Ғүмер көҙө еткәндә һәр кем үткән­дәрҙе байҡап, эштәренә баһа бирә. Ҡоштар – осор өсөн, кеше бәхет өсөн тыуа, тиҙәр, тик барыһы ла һин уйла­ғанса килеп сыҡһа икән… Ғәмһеҙ бала саҡты иҫәпкә алмағанда, әҙәм­дең бөтә тормошо бәхет өсөн көрә­шеп үтә. Йәшлектә мөхәббәт ялҡыны көй­ҙөрһә, ғаилә ҡорғас, балалар үҫтереү, донъя малы хәстәре яндыра. Ҡим­мәтле йыһаздарға, гәлсәр һауыттарға (ҡайһы берәүҙәр уларҙы бөтөнләй тотонмай, байлыҡ билдәһе итеп һаҡлай) әүрәп, ҡабатланмаҫ ҡәҙерле ғүмер­кәйҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, ә ваҡыт туҡтамай, аҡҡан һыу кеүек аға ла аға…

Тормош юлында шатлыҡтар ғына түгел, ғәрәсәтле, ел-дауыллы ҡара көн­дәр ҙә була. Әммә ни тиклем ауыр булмаһын, тормош барыбер гүзәл! Шуға күрә бер-беребеҙгә күңел йылы­һын бүләк итеп, ҡояш кеүек балҡып йәшәһәк ине. Гүзәллеккә табынып, рухланып, матур уйҙар менән көн итеү маҡсаттарға өлгәшергә лә ярҙам итә.

Был донъяла шуныһы үкенесле: һау саҡта тормоштоң ҡәҙерен белеп етмәйбеҙ, мәшәҡәттәр солғаны­шына бирелеп, бер-беребеҙгә иғтибар йәл­ләйбеҙ, һуңынан күңел ғазаптары кисерәбеҙ. Бәхет тә бит барыһына ла тигеҙ бирелмәй, берәү ғүмер буйы тыныс йәшәй, рәхәтлек диңгеҙендә йөҙә, ҡайһы берәүҙәр тырышып  донъя көтһә лә, яҙмыш тулҡындары уларҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылай.

Инде етте, бер боролоп,

Үткәндәрҙе барлар саҡ.

Яҙмыш уттар йотторғанда

Тамды күҙҙән ҡайнар йәш.

Ваҡыт йылдам үткән һайын

Ҡәҙерлерәк ҡалған ғүмер.

Ни тиклем ауыр булғанда ла,

Йәшәргә кәрәк, тибеҙ.

…Тәҙрәнән тышҡа бағам: тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Тәбиғәт мөғжизәһе мәңгелек шул: көҙҙәрҙе аҡ ҡыштар алмаштыра, унан инде гөрләп-күкрәп яҙҙар, йәйҙәр етә. Ниндәй матур һин, тормош! Шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәне, хеҙмәттән бәхетем булды, балалар үҫте, эргәмдә ейәндәр йүгереп йөрөй. Мәғәнә кешенең күпме йәшәүендә түгел, нисек йәшәүендә бит. Һәр бере­геҙҙең ғүмер миҙгелдәре оҙон, бай, мәғәнәле булһын, ғүмер көҙөндә, минең кеүек, үткәндәрҙе барлап, “шөкөр” тип ултырырға яҙһын!

 

Әминә ВӘХИТОВА, мәғариф ветераны.

 Өфө ҡалаһы.

Читайте нас