Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 03:59

“Омикрон” хәүефкә һала

Башҡортостан яңы штамды ҡаршыларға әҙерләнә.

"Башинформ" МА"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Донъяны ялмап алған коронавирустың яңы “омикрон” штамы яйлап ҡына Рәсәй менән Башҡортостанға ла килеп етә башланы. Был властарҙа ҙур ғына борсоу уята һәм яңынан-яңы саралар ҡабул итеүҙе талап итә. Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнең дә ҙур өлөшө ошо темаға арналды.

Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш сиктәрендә быға тиклем индерелгән бөтә сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала. Бынан тыш, яңылары ла өҫтәлә. Республика кимәлендә үткәрелгән бөтә фестивалдәр, смотрҙар, күп кеше ҡатнашҡан физкультура саралары һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Бөгөндән хеҙмәт коллективтарында йыйылыштар, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр үткәреү, халыҡты ҡабул итеү тыйыла. Артабан бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн тәртиптә генә уҙасаҡ.

Шулай уҡ республикала битлек режимын үтәүгә рейдтар һәм QR-кодтар талап итеү дауам итәсәк. Республи­каның Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бөтә кәрәкле дарыуҙарҙы алырға һәм дауаханаларҙа урындар әҙерләргә ҡушылды.

Башҡортостанда коронавирустың был төрө һигеҙ кешелә асыҡланған да. “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак:

– “Омикрон”ды алып ҡайтҡан биш кеше Истанбулдан килгән самолетта ултырған, шунда уҡ Танзаниянан ике кеше осҡан. Был рейстың 145 пассажиры тикшерелгән. Шул кешеләрҙең һигеҙе ике аҙналыҡ үҙ ҡурсаланыу тәртибен үтәүҙән баш тарта, эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәмәгән өсөн уларға яуап бирергә тура киләсәк, – тине ул.

Етәксе белдереүенсә, “омикрон” менән сирләгәндәрҙең бөтәһе лә йәштәр, Танзаниянан килгәндәренән башҡалары прививка яһатҡан булған. Сир уларҙа еңел үтә.

Шулай уҡ “Роспотребнадзор” башлығы әйтеүенсә, республикала киҙеү менән сирләгәндәр артҡан, шулай уҡ ОРВИ ла күбәйгән. Пневмония менән ауырығандар ҙа күбәйгән, улар күберәк дауаханаға ята башлаған.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тураһында һөйләне.

– Әле 4365 кеше ауырый, уларҙың 4232-һе өйҙә дауалана, 133 кеше дауаханаларҙа ята. 72 кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия палата­һында ята һәм ғүмере өсөн көрәшә, – тине министр.

Вакцинаның беренсе компонентын 2 253 973 кеше һалдырған. Был – тейеш булғандарҙың 72 проценты. Тулыһынса прививканы 2 128 538 кеше яһатҡан (68 процент). 239852 кеше ревакцинация эшләткән.

Вакцинациялау кимәле буйынса алдынғы райондар – Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, Стәрлебаш, Кушнаренко, Өфө, Миәкә, Ҡариҙел, Баҡалы, Дүртөйлө, Тәтешле, Ҡалтасы, Дәүләкән, Асҡын, Шаран, Бишбүләк, Ғафури, Балтас, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Нуриман һәм Архангел. Артта ҡалғандар – Хәйбулла, Мәсетле, Бәләбәй, Мәләүез, Белорет райондары, Салауат, Бөрө, Күмертау, Октябрьский, Межгорье, Сибай ҡалалары.

Радий Хәбиров етеп килгән “Керәшен һыуыҡтары” байрамын үткәреү тураһын­да әйтте. Был көндәрҙә православие христиандары мәкелә һыу инә. Йоланы үткәреү өсөн республикала 98 мәке әҙерләнгән. Республика етәксеһе байрамды хәүефһеҙ үткәреүҙе һәм был урындарҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Башҡортостанда 2021 йылдан алып аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла, ул федераль һәм төбәк сараларын үҙ эсенә ала. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов улар тураһында һөйләне.

Уның мәғлүмәттәре буйынса, декабрь уртаһына тиклем экспортҡа 307 миллион долларлыҡ продукция оҙатылған (план буйынса – 167 миллион доллар). 2021 йылдың 11 айында 118,5 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештерелгән, 101 миллиард һумлығы ташылған (план буйынса – 87 миллиард һум). 18,4 миллиард һумлыҡ эсемлектәр етеште­релгән. 17 кооператив ойошторолған (план буйынса – 20).

Быйылдан өҫтәмә ярҙам – алкогол­һеҙ эсемлектәр һәм һут етештергән бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн сеймал (40 процент) һатып алыуға субсидиялар бирелә башлай.  Тағы ла бер ярҙам төрө – эшкәртеүселәр (ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар) өсөн ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар (40%).

Килем килтергән проекттарға – кооперативтарға булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум һалынған. Программа буйынса, үҙ аҡсалары менән туғыҙ проценттан 49-ға тиклем күләмдә берлектә финанслау шарты менән, субсидия 14 миллион һумға тиклем арттырылған (элек өс миллион һум ине).

Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармағында бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды икеләтә арттырырға ҡушты. Әле ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялауға 50 миллион һум бүленә.

Һуңғы бер нисә йылда 300-ҙән ашыу кооператив ойошторолған, шуларҙың 190-ы – эшкәртеүсе, тине вице-премьер.  Уларҙың эксклюзив продукцияһы 1200 сауҙа нөктәһендә, шул иҫәптән федераль селтәрҙәрҙә һәм маркетплейстарҙа, төрлө тармаҡ күргәҙмәләрендә һатыла.

– Алға табан барабыҙ, рәхмәт. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ тағы ла ҙурыраҡ етештереү күләменә өлгәшәсәкбеҙ. Эшкәртеү буйынса проекттарға айырыуса иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә башҡа мөһим темалар ҙа ҡаралды. Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин былтыр республикала элемтә инфраструктураһы үҫеше тураһында һөйләне. 2021 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән, быйылдан финанслау федераль бюджет иҫәбенә. 

2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостанда бөтәһе 3086 объект интернетҡа тоташҡан.

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Башҡортостанда муниципаль ер контролен камиллаштырыу һәм уның һөҙөмтәлелеген күтәреү саралары тураһында һөйләне. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев 2022–2024 йылдарға Республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзын үҫтереү йүнәлештәре тураһында сығыш яһаны.

Кәңәшмәне күңелле яңылыҡ менән тамамланылар: Башҡортостанда юғары белем биреү ойошмаларына – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн гранттар булдырыла. Уларҙы биреү тәртибен 10 февралгә тиклем раҫлау бурысы йөкмәтелде.

Бынан тыш, ошо указға ярашлы, йыл һайын республика юғары уҡыу йорттарының 200 ғалимы һәм аспиранты сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми учреждениеларында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ йыл һайын 200 ғилми хеҙмәткәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

– “Өҫтөнлөк-2030” программаһы сиктәрендә федераль үҙәктән күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республика юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеү өсөн сығанаҡтар эҙләп табасаҡ, – тине Радий Хәбиров.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас