Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 08:31

Оноторлоҡ түгел үткәндәр

tribuna-krutinka.rutribuna-krutinka.ru
Фото:tribuna-krutinka.ru

1921 йылғы аслыҡҡа 100 йыл булды. Ошоға бәйле әсәйем Мәҙинә Ғабдрахман ҡыҙы (1893 йылғы) һәм атайым Кинйәғол Ҡунаҡҡол улы (1886 йылғы) Исмәғилевтәрҙән ишетеп белгән хәтирәләрем һәм үҙемдең үткән ғүмеремдәге күргән-кисергәндәрем менән уртаҡлашҡым килә.

Атай-әсәйем Ауырғазы райо­нының Үтәймулла ауылынан ине. Улар өйләнешеп, ғаиләле булып йәшәгән осорҙа – 1921 йылда ҡаты аслыҡ башлана. Ҡот осҡос ҡоролоҡ булған. Тамсы ла ямғыр яумағас, сәскән бер нәмә лә үҫмәгән. Урманда ағастар япраҡһыҙ ҡалған, үлән-сәскәләр ҡороған, йәнлектәр ҙә, ҡоштар ҙа ҡырылған.

Халыҡ был осорҙо “йот йылы” тип атаған, ул күп ғүмерҙәрҙе йотҡан, һанһыҙ тереклекте һәләк иткән, тотош ғаиләләр юҡҡа сыҡҡан. Ашар аҙығы булмағас, эт, бесәйҙе лә тамаҡлағандар. Бәғзе яҡтарҙа унан да яманыраҡ хәлдәр булған, тигән хәбәрҙәр ҙә килеп еткән... Кешеләр көн дә үлеп торған. Мәйеттәрҙе ҡайҙалыр ерләргә кәрәк бит инде, ауыл халҡы, юҡ көсөн бар итеп, ҙур соҡор ҡаҙған. Аслыҡтан бөгөлгән халыҡтың мәйеттәрҙе мосолманса тәрбиәләп, зыяратҡа алып барып ерләргә хәле булмаған.

“Атайың урмандан йыла ҡайыры килтерә. Шуның ҡыртышын әрсеп, йомшағын ваҡ ҡына итеп турап, мейестә киптерәбеҙ ҙә тирмәндә тартып, он итеп ашайбыҙ. Шул йыла онона бер аҙ һөт ҡушып, көн дә өйрә бешерәм. Өйрә тигәне һуҙылып торған, лайлалы бер эсемлек инде. Туҫтаҡтан алып ҡалаҡты ауыҙға килтереп еткергәнсе һуҙыла. Атайың ашаны. Мин сикәнеп ашай алмай инем”, – тип һөйләй торғайны әсәйем.

Бөйөк Ватан һуғышы осоро минең үҫмер ваҡытыма тура килде. Бәләкәй булһаҡ та, өйҙә ултырманыҡ – утауға, бесәнгә йөрөнөк, арыш урҙыҡ, ай яҡтыһында көлтә бәйләнек. Дүрт әхирәтем менән бер гектар ҙа 300 сутый ер ҡаҙыуыбыҙ хәтергә уйылып ҡалған. “Бишле” салғым бар ине, шуны тотоп, әсәйемә эйәреп, борсаҡ, тары сабырға йөрөнөм. Әсәйем дә ныҡ егәрле булды: мейес сығарҙы, кейем текте. Халыҡ эш хаҡы алмай, бушҡа эшләне. Өйҙә ас-яланғас балалары илашып әсәйҙәрен көтә, шул сабыйҙарын ашатыр өсөн бер ус арыш алһа ла – төрмә!

Йәшәү дәүеремдә төрлө хәлдәрҙе, илдә булған күп үҙгәрештәрҙе күрҙем. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла хәйер һорашып йөрөүселәр күп булды, сөнки тылдағылар ризыҡ ҡытлы­ғын ныҡ кисерҙе. Бөтә аҙыҡты, Еңеү өсөн тип, фронтҡа оҙатып торҙоҡ. Ашарына – аҙығы, кейеренә кейеме таҡы-тоҡо булған халыҡ бик ыҙалап йәшәне.

Ул заманда бөтә кеше лә картуф сәсеүҙе белмәгәндер, күрәһең. Беҙ уны мул сәстек, аслыҡтан да тап шул ҡотҡарҙы. Көн дә ишек төбөнә бер биҙрә бәрәңге ултыртып ҡуябыҙ. Кискә тиклем шул биҙрәлә бер бөртөк тә картуф ҡалмай, хәйер һорап ингән һәр кешегә берәрләп биргән булабыҙ.

Урман йәнлектәре лә ас бул­ғандыр, күрәһең. Хатта бүреләр ауылға килә торғайны. Һарайҙар һалам башлы булғас, бүре һаламды соҡоп, эскә үтеп инә, кешенең күҙ терәп торған кәзә-һарығын тамаҡлай. Беҙҙең Үтәймулла ауылында “дежур” ҡуйҙылар. Көн һайын ике кеше, бүрене ҡурҡытып ҡыуыр өсөн, шатырлауыҡ эшләп алып, төндә урам буйлап йөрөп сыға торғайны. Бына шундай ҡатмарлы замандар булды. Беҙ эштә сынығып үҫтек, илгә төшкән ауырлыҡтарҙы үҙ иңебеҙҙә күтә­рештек.

1947 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылына килен булып төштөм. Хәләл ефетем һуғыштан ауыр яраланып, беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан 21 йәшлек егет ине. Шул яраларынан ғүмер буйы яфаланып, иртә донъя ҡуйҙы. Туғыҙ балабыҙҙың иң бәләкәйенә ун йәш ине. Мин ошо ауылға еректем, балаларым үҫте, хәҙер инде өлкән йәшкә еттем.

Яҡшыға өмөт итеп йәшәйек, уйҙарыбыҙ саф, ҡылған ҡылыҡ­тарыбыҙ, атҡарған эштәребеҙ изге булһын!

 

Мөнирә ҒӘЗИЗОВА.

 

Ғафури районы,

Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас