

Сибайҙа һары төҫтәге ҡар яуыуҙың сәбәбе "Уралпромтехсервис” заводының фильтрлау ҡоролмаһына ҡағылышлы булып сыҡты. Хәлде Республикаға идара итеү үҙәге бөгөнгө “Сәләм” тапшырыуының русса өлөшөндә тура бәйләнештә асыҡланы.
Ҡала хакимиәте талабы буйынса заводтың эше туҡтатылған. 14 ғинуарҙа предприятиела “Экомониторинг” лабораторияһы белгестәре булып киткән. Һөҙөмтә иртәгә, 19 ғинуарҙа билдәле була.
17 ғинуарҙа иһә ойошмала тағы ике – Башҡортостандың Экология министрлығы һәм "Роспотребнадзор" – лабораториялары эшләгән. Өс лабораторияның тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, мәсьәләне хәл итеү юлдары барланасаҡ. Анализдар хәүефһеҙлекте дәлилләгән осраҡта ғына предприятие эшен дауам итә ала.
Алдараҡ әйтелгәнсә, Башҡортостан халҡы социаль селтәрҙәрҙә электән борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Ҡар күп яуыуы сәбәпле, әлбиттә, юлдар торошо борсой, унан ҡала – йәмәғәт транспорты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшмәкәрлеге.
Иҫегеҙгә төшөрөү зыян итмәҫ:
– Өфө хакимиәте сайтында “Ҡарлы Өфө” (“Уфа снежная”) интерактив картаһы ҡуйылған: ufacity.info/sneg. Ул проблемалы урындарҙы күрергә ярҙам итә;
– өфөләр шулай уҡ 277-09-11 һандарын йыйып, берҙәм колл-үҙәк аша;
– @Ufahotbot телеграм-боты ярҙамында мөрәжәғәт ҡалдыра ала. Бында йылытыу буйынса һорауҙар килә, хәҙер инде, өҫтәп, ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре менән дә мөрәжәғәт итергә була.
Шулай уҡ һәр район, ҡала сайтында бәйләнеш буйынса мәғлүмәт ҡуйылған.
Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan
Фото: видеонан скриншот.