

Илебеҙҙә бер нисә йыл “сүп-сар” реформаһы дауам итә. Уның уңышлы яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә бар. Нисек кенә булмаһын, ҡалдыҡтар, улар менән эш итеү мәсьәләһе кешеләрҙе лә, властарҙы ла бик борсой һәм хәл итеүҙе талап итә.
Былтыр декабрь аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы барышында ла ошо тема күтәрелде. Кешеләрҙе ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү предприятиеларын төҙөү мәсьәләһе борсой. Был һорауҙы Ленинград өлкәһе хәбәрсеһе бирҙе. Журналист белдереүенсә, уларҙың өлкәһендә халыҡ полигондарҙы яптырыу өсөн сығыш яһай, әммә шул уҡ ваҡытта ошо уҡ кешеләр сүп-сарҙы эшкәртеүсе заводтар төҙөүгә лә ҡаршы сыға. Был проблеманы нисек хәл итергә һуң?
– Дөйөм алғанда, ҡатмарлылыҡтарға ҡарамайынса “сүп-сар” реформаһы алға табан бара. Төп бурыстарҙың береһе – тейешле операторҙар булдырыу. Улар бөтә төбәктәрҙә лә бар тиерлек, даими эшләй башланылар. Сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу кәрәк ине, быға өлгәшелде, был эш хатта планлаштырылғандан 40 процентҡа алдараҡ бара. Был эшкәртеү объекттарына, яңы полигондарға ла ҡағыла, – тине ошо турала Владимир Путин.
Дәүләт етәксеһе белдереүенсә, сүп-сарҙы ҡайҙа булһа ла ҡуйырға кәрәк. Мәсьәләне заманса эшкәртеү заводтары төҙөү хәл итә ала. Президент Япония миҫалын өлгө итеп килтерҙе. Унда ҙур ҡала үҙәктәрендә ошондай предприятиелар төҙөйҙәр һәм тирә-яҡ мөхиткә әллә ни зыян да килмәй. Шул уҡ ваҡытта, Президент фекере буйынса, төҙөлөш мәсьәләһе халыҡ менән бергә хәл ителергә тейеш. Был предприятиенан сағыштырмаса яҡын йәшәгәндәр өсөн плюстар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк, унда эш хаҡы ла юғары булырға тейеш. “Быларҙың барыһын да халыҡҡа еткерегеҙ, бар эште асыҡ, йәшермәй алып барырға кәрәк”, – тине Владимир Владимирович.
Рәсәй Президенты белдереүенсә, ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса ыңғай эштәр байтаҡ. “Беҙҙә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн – 10 миллион тонна һәм эшкәртеү өсөн өс миллион тонналыҡ беренсе инвестициялар килә башланы. Алдағы йылдарҙа беҙ сүп-сар яндырыу заводтары төҙөргә лә йыйынабыҙ, яҡын арала ошондай биш завод буласаҡ”, – тине ул.
Президенттың матбуғат конференцияһынан һуң, беҙҙең республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин был йәһәттән Башҡортостанда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
“Бөгөн республикала дүрт төбәк операторы эшләй. Әле 22 меңдән ашыу контейнер майҙансығы бар, уларҙа 56 меңдән күберәк контейнер ҡуйылған. Яртыһынан күбеһе – евроконтейнерҙар. Металдан эшләнгәндәрен дә замансаға алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Федераль программа буйынса 2021 йылда ошо маҡсатта 13,4 миллион һум аҡса алдыҡ, күберәк суммаға ғариза ебәрҙек. 2024 йылға тиклем бөтә контейнерҙар ҙа евро рәүешендә булыр, тип ышанам”, – тине ул.
Шулай уҡ, министр урынбаҫары белдереүенсә, Башҡортостанда сүп-сарҙы сортҡа айырыусы дүрт комплекс бар, тағы 19-ҙы булдырыу планы ҡуйылған.
“Был тормошҡа ашҡас, бөтә сүп-сарҙы – бер миллион тоннанан ашыу -– комплекстар аша үткәрәсәкбеҙ. Әле эшкәртеү ҙә ғәмәлдә. План буйынса, 2022 йылда полиэтилен ҡалдыҡтарын файҙаланыу буйынса беренсе етештереү объекты барлыҡҡа киләсәк (ПОЛИЭФ). Бынан тыш, уның “Биофлекс” тип аталған ҙур предприятиеһы булдырыла, ул республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә полиэтилен йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Пландарыбыҙ ҙур, уларҙың барыһын да тормошҡа ашырып була, һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәрҙең сифаты артасаҡ ҡына”, – тине Илдар Ғарифуллин.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында, ошо темаға арнап, йыл аҙағында йәнә бер һөйләшеү булды. Унда “Рәсәй экологик операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһының генераль директоры кәңәшсеһе Павел Бесшапов ҡатнашлығында кәңәшмә үтте, сараны министр Урал Искәндәров алып барҙы.
Һөйләшеүҙә Өфө, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса яңы перспективалы объекттар булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Был проекттар концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырылған хәлдә, уларҙы финанслау “Рәсәй экология операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһының йәшел облигацияларын урынлаштырыуҙан алған аҡса иҫәбенә мөмкин буласаҡ.
Компания вәкиле Павел Бесшапов белдереүенсә, Өфө һәм уның янындағы муниципаль берәмектәр ихтыяжы өсөн объекттар булдырыу төбәк өсөн айырыуса өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора. Был Башҡортостанда “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты күрһәткесен тулы кимәлдә үтәү мөмкинлеген бирәсәк.
Бынан тыш, кәңәшмәлә Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Благовещен, Күмертау ҡалалары сигендәге алты законһыҙ булдырылған сүплекте юҡҡа сығарыу мәсьәләһенә лә туҡталдылар. Был сараларҙың бөтәһе лә “Экология” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Урал Искәндәров белдереүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы федераль бюджеттан Баймаҡ ҡалаһы янындағы сүплекте юҡҡа сығарыу өсөн 2022 – 2023 йылдарға аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ҡалғандары буйынса тейешле документтар әҙерләү бара.
Дөйөм алғанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү даирәһе ҙур үҙгәрештәр кисерә. Тармаҡҡа инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар үҙләштерелә. Республикабыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһын үҫтереү, рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындарын бөтөрөп, полигондарға ташылған ҡалдыҡ күләмен кәметеп кенә ҡалмай, экологияны ла яҡшырта, муниципалитеттарҙа өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килтерә, шуға күрә планға ярашлы эште дауам итергә кәрәк.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.