Йәмғиәт
19 Ғинуар 2022, 10:25

Алданған өлөшсөләр фатир алды

Өфөнөң Энгельс урамындағы 6-сы йортто Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды төҙөп бөтөрҙө. Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров фатир хужаларына тантаналы шарттарҙа асҡыстар тапшырҙы.

Алданған өлөшсөләр фатир алдыАлданған өлөшсөләр фатир алды
Алданған өлөшсөләр фатир алды

Был сарала шулай уҡ “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды”ның генераль директоры Константин Тимофеев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков, вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.

Өй ҡотлаусыларҙы ҡотлап, Андрей Назаров алданған өлөшсөләр проблемаһы менән Башҡортостан Башлығы үҙе шөғөлләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Бөгөн беҙ 25 фатир хужаһының хоҡуҡтарын тергеҙҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бындай кешеләр байтаҡ әле. Беҙ был проблема менән 2020 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ, 1740 граждан 3,3 миллиард һумдан ашыуға аҡсалата компенсация алды. Былтыр дүрт йортто төҙөп бөттөк, 294 кеше фатирлы булды. Быйыл тағы ла 245 йортто төҙөп бөтөүҙе планлаштырабыҙ”, – тине Андрей Назаров.

Константин Тимофеев билдәләүенсә, проблеманы хәл итеү өсөн аҡсалата компенсация түләү юлына нығыраҡ иғтибар биреү күҙаллана. “Өфөләргә ҙур түҙемлелек өсөн рәхмәт. Рәсәйҙә бындай граждандар 128 мең иҫәпләнә. 2023 йыл аҙағынаса проблеманы хәл итәсәкбеҙ”, – тине ул.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас