

Күпмелер ваҡыт онотолоп торғандан һуң, сәңгелдәк яңынан модаға инә башланы. Ауыл өйҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел, әмәлен табып, хәҙер ҡалалағы фатирҙарға ла сәңгелдәк элеүселәр бар.
– Ҡыҙыбыҙҙы, ә ул ғаиләлә баш бала, үҙебеҙ шикелле диванға йоҡларға һала инек, күп осраҡта ирем менән икебеҙҙең уртаһында “әүен баҙарына” китә торғайны, – тип һөйләй Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе күп бала әсәһе Хәҙисә Алтынсурина. – Ә бына бүтән “ҡошсоҡтар”ыбыҙ сәңгелдәктә үҫте. Миңә ҡалһа, бәүетеп йоҡлатыуҙан да отошло алым юҡ, өҫтәүенә, бишек йырын көйләһәң, сабый тиҙ тыныслана.
Хәҙисә ханымдың ире Усман Алтынсуриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, әле төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, теләгәнеңде һатып алырға мөмкин. Ул сәңгелдәк элеү өсөн ҡоролманы стенаға беркеткән, ә сәңгелдәкте пружинаға бәйләгән. Шулай итеп, көндәлек тормошта кәләшенә уңайлыҡтар тыуҙырған.
Психологтар аңлатыуынса, сәңгелдәктә үҫкән бала тыныс була, юҡҡа-барға көйәләнмәй. Юғарынан барыһын да күҙәтеп-тикшереп ятыу унда ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттыра.
Фото: Рәзил Зарипов.