Йәмғиәт
19 Ғинуар 2022, 10:00

Керәшен байрамы дауам итә

Һыуға сумғандар араһында носраниҙар ғына түгел, мосолмандар ҙа бар ине.

Керәшен байрамы дауам итәКерәшен байрамы дауам итә
Керәшен байрамы дауам итә

Кисә кисен православие христиандары Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) суҡындырылыуын, йәғни Керәшен байрамын билдәләй башланы. Йола буйынса улар махсус уйылған мәкеләргә сумып сафлана, был сара өс көн дауам итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала.

Өфөлә төп мәкеләрҙең береһе Якутов паркындағы Һалдат күлендә уйылған. Был урынды, шартына килтереп, матур итеп биҙәгәндәр. Керәшен төнө имен үтһен өсөн ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы ла ойошторолған. Ғөмүмән, бында байрам кәйефе тантана итә.

"Ғәҙәттә, ошо мәлдә көндәр һыуыҡ була торғайны, быйыл иһә сағыштырмаса йылы", - ти мәкегә сумып сыҡҡандар.

Керәшен төнө серлелегенә, уның маҡсаттарына төшөнөргә теләүселәр башта күп булманы, һуңғараҡ йыйыла башланылар. Һыуға сумғандар араһында носраниҙар ғына түгел, мосолмандар ҙа бар ине. Улар мәкегә сумып, үҙҙәрен һынап ҡарау маҡсаты менән килгән.

Әйткәндәй, ошондай һыуға сумыуҙар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә ойошторола. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата республикала 17763 кеше мәкегә сумған. Бөтәһе лә имен, ул-был хәл теркәлмәгән. Әле лә махсус мәкеләр эргәһендә граждандарҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында дежурлыҡ дауам итә.  

Сиркәү ҡанундары буйынса Керәшен төнөндә һыуға сумыу мотлаҡ түгел. Руханиҙар ғына түгел, ә табиптар ҙа был мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Һыу инеү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, нервы системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡәтғи тыйыла.

Керәшен байрамы уңайынан байрам литургиялары, дини йолаларҙы үтәү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Тик байрам осоро менән православие христиан дине вәкилдәре ғәҙәти тормош билдәләре – кешелеклелек, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Иисус Христостың кисергән яфалары ла тап кешелекте кешелекле итеүгә бағышланған.

Автор фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас