

Пандемия бөтә Рәсәй буйынса табиптарҙы берләштерҙе. Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһындағы анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире Айрат Вәлиәхмәтов тап ошондай фекерҙә.
Айрат Рәйес улы Вәлиәхмәтов – “Ғорурланырға хаҡлы” рубрикаһы геройы. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергәне, фиҙакәрлеге, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Пирогов ордены менән бүләкләнгән.
Мәғлүм булыуынса, “Ғорурланырға хаҡлы” – Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берлектәге проекты. БЮТ телеканалында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә даими донъя күргән яҙмаларҙа беҙ заман геройҙары тураһында һүҙ алып барабыҙ. Был шәхестәр, үҙҙәрен аямайынса, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ ҡыла, республика халҡы мәнфәғәтендә тырышып эшләй.
Фото: like.doctor/ufa/vrachi
Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan