Йәмғиәт
19 Ғинуар 2022, 15:30

Йыл да уңышҡа өлгәшәләр

Күгәрсен районының Иртөбәк ауыл советы биләмәһе дүрт ауылды берләштерә, Семено-Петровский,  Ялсы, Гавриловка, Түләбай ауылдарында алты йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. 

Йыл да уңышҡа өлгәшәләрЙыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр

Күгәрсен районының Иртөбәк ауыл советы биләмәһе дүрт ауылды берләштерә, Семено-Петровский,  Ялсы, Гавриловка, Түләбай ауылдарында алты йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡтың уңған, берҙәм һәм булдыҡлы икәнлеге тотош  районға билдәле.

Әйткәндәй, күптән түгел Семено-Петровский ауылында шатлыҡлы ваҡиға булған: “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә ауыл үҙәгендә балалар уйындары һәм спорт майҙансығы асылған. Һис шикһеҙ,  был халыҡты, айырыуса йәш быуынды һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү өсөн ҙур аҙым, унан тыш, бәләкәстәргә күңелле итеп ваҡыт үткәреү, ял итеү мөмкинлеген бирә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы республикала 2014 йылда бойомға ашырыла башлаған. Иртөбәк ауыл биләмәһе был йәһәттән бик әүҙем:  йыл һайын конкурста ҡатнаша һәм  яңы проекттар  тәҡдим итә, йәшәйеш сифатын яҡшыртыу йәһәтенән байтаҡ эштәрҙе бойомға ашыра.

Урындағы ауыл советы биләмәһенең  эштәргә идара итеүсеһе Гөлнара Бикбаева әйтеүенсә,  өс йыл рәттән программа ярҙамында  клубты ремонтлағандар, ҡыйығын яңыртҡандар,  эстән косметик ремонт эшләгәндәр. Клуб өсөн милли кейем һатып  алғандар, музыкаль аппаратура, йыһаз яңыртылған.  Урындағы ял һәм мәҙәниәт паркы заманса материалдар менән  кәртәләп алынған, ауыл халҡы һорауы буйынса зыяраттың ҡоймаһы алмаштырылған. 2021 йылда иһә, телгә алыуыбыҙса,  ауыл үҙәгендә балалар уйындары һәм спорт майҙансығы асылған.  Ошо йылдар дауамында ауылдаштарына “Иртөбәк” агрофирмаһы (етәкселәре - Олег менән Александр Николаевтар) даими финанс ярҙамы күрһәтә, халыҡтан да аҡса йыйылған.

Иртөбәк ауыл советы биләмәһе быйыл да был программала ҡатнаша һәм уңышҡа өмөтләнә. Әгәр конкурста еңеп сыҡһалар, паркты артабан төҙөкләндерәсәктәр, яҡтыртыу фонарҙәре, эскәмйәләр ҡуясаҡтар, шулай уҡ шахмат, шашка уйындары өсөн өҫтәлдәр ҙә урынлаштырмаҡсылар.

Һис шикһеҙ, артабан да ауылды, урындағы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү,  ауыл урамдарын, йәмәғәт объекттарын яңыртыу эше дауам итәсәк. Халыҡ та был ғәмәлдәрҙә теләп ҡатнаша һәм  уңышҡа ышана.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Йыл да уңышҡа өлгәшәләр
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас