

Былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 1537 ауыл ҡатнашты. Был хаҡта "2021 йылдың айыҡ ауылы" республика конкурсын ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында иғлан ителде. Конкурс, билдәле булыуынса, 2011 йылда ойошторолғайны, был осорҙа ул алты тапҡыр үткәрелде, еңеүселәр алған аҡсалата приздар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.
Конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башланғысы менән ойошторолғайны, уны үткәреүҙә шулай уҡ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары ла ҡатнаша. Конкурстың саралары Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә ойошторола. Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, эскелекте иҫкәртеүҙә әүҙем эшләгән ауылдарҙы асыҡлау, күрелгән саралар иҫәбенә демографик күрһәткестәрҙе һәм социаль именлекте яҡшыртыу.
Былтыр ошо йүнәлештә Баймаҡ районы алдынғылыҡты бирмәне — конкурста төбәктең 89 ауылы ҡатнашты. Билдәле булыуынса, район халҡы уҙған йылдарҙағы конкурстарҙа ла призлы урындар яулағайны. Ҡалтасы, Ауырғазы, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында ҡатнашыусылар күп. Конкурстың муниципаль этабын үткәреү буйынса саралар планы ғәмәлгә ашырылды.
Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән бик күп саралар, шул иҫәптән төрлө тематик мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу линиялар, бушлай юридик консультациялар көнө, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре белгестәре менән онлайн-консультациялар үткәрелде.
"1 февралдә конкурстың республика этабы башлана, уның сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу өсөн "Ныҡ бул" социаль роликтар, вайндар, плакаттар конкурсы иғлан ителә, — тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хемәтендә. — Тиҙҙән республика ауылдарында йәшәүселәр өсөн ышаныс телефоны буйынса бушлай аноним наркология ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителергә тейеш"
Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә сәләмәтлек үҙәктәре "2021 йылдың айыҡ ауылы" конкурсының республика этабында ҡатнашҡан ауылдарға барасаҡ.
Фото: bashinform.ru.