Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 08:45

Биләмәләрҙе үҫтереү фондының ярҙамы ҙур

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты һуңлаған күп фатирлы йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Биләмәләрҙе үҫтереү фондының ярҙамы ҙурБиләмәләрҙе үҫтереү фондының ярҙамы ҙур
Биләмәләрҙе үҫтереү фондының ярҙамы ҙур

Сарала Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондының (2022 йылдың 1 ғинуарынан алып Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды тип атала) генераль директоры Константин Тимофеев та ҡатнашты. Кәңәшмәлә ошо Фонд менән проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙе финанслауҙа ҡатнашыу һәм алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Быйылғы йыл башына Башҡортостандың проблемалы объекттар исемлегенә 97 йорт индерелгән. Улар буйынса 4,3 мең өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелмәгән әле. Республика етәксеһе билдәләүенсә, былтыр ошо исемлектән 34 “һаҡаллы төҙөлөш” алып ташланған, өс меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтары аяҡҡа баҫтырылған.

“Биләмәләрҙе үҫтереү фонды өлөшләтә ҡатнашыусылар менән эшләүҙә баһалап бөткәһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙ тығыҙ һәм йоғонтоло хеҙмәттәшлек итәбеҙ, берлектәге эш планы төҙөнөк. Һөҙөмтәлә алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү һиҙелерлек алға китте”, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас