Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 13:00

Эш хаҡы 16330 һумдан да кәм булмаһын!

Төбәктә бер кем дә ошонан түбән эш хаҡы алырға тейеш түгел.

Эш хаҡы 16330 һумдан да кәм булмаһын!Эш хаҡы 16330 һумдан да кәм булмаһын!
Эш хаҡы 16330 һумдан да кәм булмаһын!

Республика идара итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, 20 ғинуарҙың иртәһенә ошондай темалар көнүҙәк булды: юлдар (249 хәбәр), төҙөкләндереү (163), йәмәғәт транспорты эше (83). Коронавирус һигеҙенсе урында - 18 хәбәр.

Социаль ярҙам темаһы - алтынсы урында. 2022 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары үҙгәрҙе. Был хаҡтағы фекер алышыуҙа бөгөн иртән "Сәләм" тапшырыуындағы тура эфирҙа  Республикаһының  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты.

Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы  (МРОТ) 13617 һум була. Был суммаға Урал коэффициентын өҫтәйбеҙ. Бынан тыш, эш биреүселәр, профсоюз һәм республика Хөкүмәте тарафынан минималь эш хаҡы тураһында килешеү төҙөлгән. Һәм Башҡортостандың үҙенең минималь эш хаҡы 16330 һум килеп сыға. Төбәктә бер кем дә ошонан түбән эш хаҡы алырға тейеш түгел! Әгәр ҙә эш биреүсе өс яҡлы килешеүҙән баш тартмаһа.

Йәшәү минимумы (ПМ) буйынса ла үҙгәрештәр бар. Эшкә яраҡлы кешенең йәшәү минимумы Башҡортостан буйынса - 12 мең һум һәм балалар өсөн - 10679 һум. 

Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр бар икәнлеген түбәндәге видеояҙманы ҡарап, танышырға мөмкин.

Видео һәм сығанаҡ: РИҮ Башкортостан

Фото: riavrn.ru

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас