Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 05:00

ИҒТИБАР: КОНКУРС!

Еңеүсе ай һайын бүләккә лайыҡ була.

ИҒТИБАР: КОНКУРС!ИҒТИБАР: КОНКУРС!
ИҒТИБАР: КОНКУРС!

Хөрмәтле ҡәләмдәштәр! 1 февралдән “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенең 105 йыллығына арнап, республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзалары араһында “Осло ҡәләм” мәҡәләләр конкурсы иғлан итәбеҙ. Һеҙҙе ошо бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт телендә ирекле темаға яҙылған аналитик юҫыҡтағы мәҡәләләрҙә йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреү, уларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышыу, хәл итеү юлдарын күрһәтеү; иң һәләтле, оҫта яҙған хәбәрселәрҙе билдәләү, уларҙы дәртләндереү. Сара төплө аналитик мәҡәләләр аша һүҙ бәҫен арттырыуға, ваҡытлы матбуғаттың абруйын күтәреүгә, уның биттәрендә көн ҡаҙағындағы темалар буйынса фекер алышыу тыуҙырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Тәҡдим ителгән журналистик эштәрҙең башҡорт телендә төплө аналитик йүнәлештә булыуы мотлаҡ. Мәҡәләләрҙең темаһын, конкурс маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килтереп, ҡатнашыусы ирекле һайлай. Йөкмәткегә тап килерҙәй фотоһүрәттәр булыуы хуплана. Конкурс комиссияһы тарафынан эштәрҙә күтәрелгән теманың көнүҙәклеге, сифаты – йөкмәтке тәрәнлеге, башҡарып сығыу оҫталығы, грамоталылығы баһалана.

Һәр ҡатнашыусынан ҡабул ителгән эштәр һаны сикләнмәй. Бер мәҡәләнең күләме – А4 форматында компьютерҙа 14-се кегль Palatino Linotype шрифты менән юлдар араһы 1,5 интервалында йыйылған 6,5 биттән артмаҫҡа тейеш.

Конкурста Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ижад иткән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Улар үҙҙәренең исем-шәрифен һәм телефонын күрһәтеп, башҡорт телендәге аналитик мәҡәләләрен электрон вариантта редакцияға алып килә (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат) йә электрон почтаға (bashgazet@mail.ru) һала.

Конкурсҡа эштәр 2022 йылдың 1 февраленән 1 декабргә тиклем ҡабул ителә һәм иң яҡшы тип табылғандары гәзит биттәрендә донъя күрә бара. Һәр ай һайын баҫылған эштәргә йомғаҡ яһалып, бер еңеүсе билдәләнә һәм аҡсалата бүләкләнә.

Республика киң мәғлүмәт сараларындағы хеҙмәттәштәребеҙ, һеҙҙән конкурсҡа йөкмәткеле мәҡәләләр көтәбеҙ. Конкурстың тулы положениеһы менән гәзитебеҙҙең сайтында (www.bashgazet.ru) танышығыҙ.

“БАШҠОРТОСТАН” РЕСПУБЛИКА ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ-МӘҘӘНИ ГӘЗИТЕНЕҢ 105 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН РЕСПУБЛИКА КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ АРАҺЫНДАҒЫ “ОСЛО ҠӘЛӘМ” МӘҠӘЛӘЛӘР КОНКУРСЫ ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

1. Дөйөм шарттар
1.1. Ошо шарттар мәҡәләләр конкурсын ойоштороу һәм үткәреү өсөн нигеҙ булып тора.
1. 2. Конкурстың ойоштороусыһы – “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзите.
1.3. Конкурс комиссияһы конкурсты үткәреү тәртибен һәм уҙғарыу ваҡытын билдәләй. Ҡатнашыусыларҙың ижадын баһалау шарттарын билдәләй. “Башҡортостан” гәзите һәм уның сайты аша Конкурс хаҡында хәбәр итә.

2. Конкурстың төп бурыстары һәм маҡсаттары
2.1. Конкурстың маҡсаты – башҡорт телендә ирекле темаға яҙылған аналитик юҫыҡтағы мәҡәләләрҙә йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреү, уларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышыу, хәл итеү юлдарын күрһәтеү; иң һәләтле, оҫта яҙған хәбәрселәрҙе билдәләү, уларҙы дәртләндереү.
2.2. Конкурс төплө аналитик мәҡәләләр аша һүҙ бәҫен арттырыуға, ваҡытлы матбуғаттың абруйын күтәреүгә, уның биттәрендә көн ҡаҙағындағы темалар буйынса фекер алышыу тыуҙырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

3. Конкурста ҡатнашыусылар
3.1. Конкурста Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ижад иткән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре йә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзалары ҡатнаша.

4. Конкурста ҡатнашыу тәртибе
4.1. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең исем-шәрифен һәм телефонын күрһәтеп, башҡорт телендәге аналитик мәҡәләләрен электрон вариантта редакцияға алып килә (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат) йә электрон почтаға (bashgazet@mail.ru) һала.

5. Конкурсты үткәреү тәртибе
5.1. Конкурсҡа эштәр 2022 йылдың 1 февраленән 1 декабргә тиклем ҡабул ителә һәм иң яҡшылары гәзит биттәрендә донъя күрә бара. Һәр ай һайын баҫылған эштәргә йомғаҡ яһала һәм бер еңеүсе билдәләнә.

6. Тәҡдим ителгән журналистик эштәргә ҡуйылған талаптар
6.1. Эштәрҙең башҡорт телендә төплө аналитик йүнәлештә булыуы мотлаҡ.
6.2. Мәҡәләләрҙең темаһын, конкурс маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килтереп, ҡатнашыусы ирекле һайлай. Йөкмәткегә тап килерҙәй фотоһүрәттәр булыуы хуплана.
6.3. Конкурс комиссияһы тарафынан эштәрҙә күтәрелгән теманың көнүҙәклеге, сифаты – йөкмәтке тәрәнлеге, башҡарып сығыу оҫталығы, грамоталылығы баһалана.
6.4. Һәр ҡатнашыусынан ҡабул ителгән эштәр һаны сикләнмәй. Бер мәҡәләнең күләме – А4 форматында компьютерҙа 14-се кегль Palatino Linotype шрифты менән юлдар араһы 1,5 интервалында йыйылған 6,5 биттән артмаҫҡа тейеш.
6.5. Положениеның шарттарына тап килмәгән мәҡәләләр конкурс һынауына үткәрелмәй.

7. Конкурс еңеүселәрен билдәләү
7.1. Ай һайын бер еңеүсе билдәләнә, уға 5 (биш) мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыла. Ҡатнашыусылар редакцияның Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Фото: focus.ua

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас