Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 07:00

Ике башлы быҙау тыуған...

Башҡа һыймаҫлыҡ хәл Мәсетле районында булған.

Ике башлы быҙау тыуған...Ике башлы быҙау тыуған...
Ике башлы быҙау тыуған...

"Мәсетле тормошо" матбуғат баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Оло Аҡа ауылында бығаса булмаған хәл теркәлгән. Ауылдағы бер йорт хужалары һыйырының оҙаҡ быҙаулай алмауын күргәс, ярҙамға мал табибы Булат Әлимбаевты саҡыралар.

Быҙау донъяға килгәс, барыһы ла телһеҙ ҡала: ул ике башлы булып сыға, уның ике күҙе, ике танауы һәм ике ауыҙы була.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хайуанҡай күп тә үтмәй йән бирә.

Һуңғы ваҡытта йорт хайуандары араһында ике аяҡлы йәиһә ике башлы быҙау, ҡолон, бәрәстәрҙең тыуыуы хаҡында хәбәр ителә, ә бына ике башлы, ике күҙле, ике танаулы һәм ике ауыҙы булғаны тәүге тапҡырҙыр...

Фото: 7ogorod.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас