

Бөгөн видеоконференция форматында кәңәшмә үтте, сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, республиканың Йәштәр эштәре буйынса комитеты етәксеһе Яна Гайдук, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Азамат Йәбирҙин, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Тимур Екимов ҡатнашты. Һүҙ коронавирустың бишенсе тулҡынын ҡаршылығанда республикала ирекмәндәр эшен әүҙемләштереү хаҡында барҙы.
Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” һәм “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ирекмәндәр үҙәктәренең тәҡдимдәрен тыңланылар.
"Әлеге ваҡытта “Беҙҙең хәстәр”ҙең колл-үҙәктәренә республика буйынса тәүлегенә 1700 мөрәжәғәт килә. Мәскәү менән сағыштырғанда, беҙҙә сирләүселәр һаны юғары булмаһа ла, әүҙем әҙерлек эштәрен алып барабыҙ, сөнки хәлдең кинәт үҙгәреүе бар. Ул саҡта үҙҡурсаланыуҙа ҡалған кешеләргә беҙҙең ярҙам талап ителәсәк. Бөгөн "Хәстәр картаһы" программаһында 25 мең кеше теркәлгән, улар партияның ярҙамын даими тоя. Шулай уҡ, был карта буйынса кешеләр артыуына әҙербеҙ.
Былтыр декабрҙә беҙҙә 800-1000 самаһы ирекмән эшләһә, әле уларҙың һаны 1400-гә тиң. Мөрәжәғәт буйынса эшләгән ирекмәндәр битлек һәм антисептиктар менән тәьмин ителсәк”, – тип билдәләне Рөстәм Әхмәҙинуров.
Яна Гайдук ирекмәндәрҙе муниципалитеттарҙа йәлеп итеү хаҡында һөйләне. Ғаризалар йыйыу өсөн “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр штабы яуап бирә, ә ирекмәндәрҙең үҙе өсөн - республиканың Йәштәр эштәре буйынса комитеты, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Яна Гайдук.
Йәмәғәт ойошмалары менән башҡарма власть вәкилдәренең бергәләп халыҡ араһына сығыуҙарын ойошторорға кәрәк тип "Рәсәй терәге" төбәк бүлексәһенең рәйесе Ләйсән Николаева белдерҙе, февраль башында Йәштәр йорто "Йәшлек House" менән берлектә флешмоб үткәрергә тәҡдим итте.
Фото рәсми сығанаҡтан.