Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 10:15

Орҡоя инәй 20 шәл бүләк иткән

Эпидемиологик хәл яҡшырыу менән пенсионерҙы телеүҙәккә экскурсияға саҡырасаҡтар.

Орҡоя инәй 20 шәл бүләк иткәнОрҡоя инәй 20 шәл бүләк иткән
Орҡоя инәй 20 шәл бүләк иткән

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре телеканал тапшырыуҙарын яратып ҡараған Орҡоя Ямғурсинаға ҡунаҡҡа килгән. Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡул оҫтаһы каналдың 20 йыллығына 20 шәл бәйләп уларҙы аптырашта ҡалдырғайны.

Хәҙер яңылыҡтар редакцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре Орҡоя инәйгә ҡунаҡҡа килеп, уға йылы бүләктәре өсөн рәхмәт әйтергә  булған. Журналистар шәлдәрҙе һатыуҙан йыйылған аҡсаны йомарт күңелле, ихлас яңы таныштарына тапшырғандан һуң, эпидемиологик хәл яҡшырыу менән Орҡоя инәйҙе телеүҙәккә экскурсияға саҡырасаҡтарын әйткән.

Телеканал тапшырыуҙарынан айырылмаған, республика тормошон күҙәтеп, яңылыҡтарға берсә һөйөнөп, берсә көйөнөп йәшәгән пенсионер бөтәбеҙгә һаулыҡ, именлек теләй.

– Балаларығыҙ сәләмәт булһын, үҙегеҙ ҙә имен-һау йәшәгеҙ! Донъялар тыныс булһын! – ти Орҡоя инәй.

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас