

Шулай тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
"Төбәккә Хәбиров командаһы килгәндә республикала 10 меңдән ашыу алданған өлөшсө бар ине, - тип яҙа Премьер-министр. - Бөгөн ундайҙар 4500 кеше ҡалды, ә 2023 йыл аҙағына был проблеманы тулыһынса хәл итәсәкбеҙ.
Беҙгә Өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фондтың генераль директоры Константин Тимофеев килде. Эш барышын Өфөнөң Энгельс урамындағы йорттан башланыҡ: бында өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды.
Артабан Тимофеев әфәндегә “Мәскәү” торлаҡ комплексын күрһәттек. Был - беҙҙең республикала иң оҙайлы төҙөлөш объекттарының береһе. Федераль фонд беҙҙәге 74 проблеманы объектты төҙөүҙә финанс ярҙамы күрһәтергә ярҙам итте. Ошо объекттарҙың 25-е быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Фото: bashinform.ru.