Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 09:15

Юлдар, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт транспорты эше - көнүҙәк темалар

Бөгөн “Сәләм” телетапшырыуындағы тура бәйләнештә республика халҡын шундай проблемалар борсоғаны билдәле булды.

Юлдар, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт транспорты эше - көнүҙәк темаларЮлдар, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт транспорты эше - көнүҙәк темалар
Юлдар, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт транспорты эше - көнүҙәк темалар

Республикаға идара итеү үҙәге системалары халыҡтан башлыса юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мөрәжәғәттәрҙе йыш теркәй. Был хаҡта үҙәк хеҙмәткәрҙәре бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында бәйән итте.

Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, 20 ғинуарҙың иртәһенә ошондай темалар көнүҙәк булды: юлдар (249 хәбәр), төҙөкләндереү (163), йәмәғәт транспорты эше (83). Коронавирус һигеҙенсе урында - 18 хәбәр.

Шулай уҡ иртәнге "Сәләм" тапшырыуын алып барыусылар белдереүенсә, улар бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы ла тормошҡа ашыра.

- Республика халҡына ярҙам итеүҙән тыш, беҙ ҡыҙыҡлы проекттарҙы ла тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, БЮТ менән берлектәге “Ғорурланырға хаҡлы” проекты. Уның маҡсаты - беҙҙең ҡалала йәки ауылда, күрше урамда йәшәгән батырҙар, матур эштәр атҡарған балалар йәки оло кешеләр хаҡында һөйләү. Әгәр ҙә һеҙҙең таныштар, туғандар араһында ошондай кешеләр булһа, беҙгә яҙығыҙ. Проекттың сайты йәки социаль селтәрҙәре ярҙамында махсус анкетаны тултырып ебәрегеҙ.

Поводгордиться.рф сайты
https://vk.com/gordost.bashkortostan
https://www.instagram.com/gordost.bashkortostan
https://ok.ru/group/59440194388109
https://www.facebook.com/Повод-гордиться-Республика-Б.

Был проект 2021 йылдың 1 майынан эшләй. Ҡырҡтан ашыу ролик төшөрөлгән. Уларҙы #ЦУРБашкортостан, проекттың социаль селтәрҙәрендә, БЮТ эфирында ла ҡарап була.

https://www.facebook.com/tsur.bashkortostan/
https://vk.com/tsur_bashkortostan
https://www.instagram.com/tsur_bashkortostan/
https://www.ok.ru/tsur.bashkortostan/
https://t.me/tsur_bashkortostan

Автор:Карима Усманова
Читайте нас