

Республикаға идара итеү үҙәге системаһына килгән һәр мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай. Аҙна элек үҙәк системаһы Өфө ҡалаһында йәшәгән Айгөл Әбүбәкированың мөрәжәғәтен теркәй. Ул үҙе йәшәгән Мичурин урамындағы хәлгә ҡарата борсолоу белдерә.
"Беҙ йәшәгән йорттоң юлын ҡаплаған кеше менән нисек көрәшергә? Мичурин урамында төҙөк булмаған автомобиль бар юлды ҡаплап ултыра. Берәй хәл була ҡалһа, унан хатта янғын һүндереү машинаһы ла үтә алмаясаҡ. Күрше ир көн һайын һүҙ бирә, әммә машинаны алырға уйламай, хатта уны үҙенең биләмәһе тип атай. Йорт артында - беҙҙең күп балалы ғаилә, йәнә өс йортта пенсионерҙар йәшәй".
Мөрәжәғәт шунда уҡ Киров районы хакимиәтенә ебәрелә. Яуап та оҙаҡ көттөрмәй: "Мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде. Мичурин урамындағы төҙөк булмаған автомобиль хужаһына хакимиәт хеҙмәткәрҙәре уны икенсе урынға күсерергә ярҙам иткән. Хәҙер юлдан йөрөү өсөн бер нимә лә ҡамасауламай".
Фото:autonews.ru