Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 08:23

Бөрйәндән хат килде...

Яңыраҡ Бөрйән районында йәшәгән хеҙмәт ветераны Нуретдин Фәтхетдин улынан пенсияға “ауыл” өҫтәмәһе тураһында аңлатыуҙы һорап яҙған хат килде. Был мәсьәлә, бәлки, тағы ла кемделер ҡыҙыҡһындырыр, шуға күрә ошо һорауға тулыраҡ яуап бирергә булдыҡ.

Ауыл халҡына өҫтәмә пенсия алыу өсөн колхозда, совхозда һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында һәм ойошма­ларындағы эш стажы иҫәпкә алына. Исемлектә 500-ҙән ашыу һөнәр һәм вазифа бар. Төп шарт – 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булыуы. 1992 йылға тиклемге колхоздарҙағы, МТС-тарҙағы, колхоз-ара пред­приятиеларҙағы, совхоздарҙағы, крәҫтиән хужа­лыҡтарындағы, артелдәрҙәге эш осоро, ниндәй һөнәрең йә белгеслегең булыуы йәки вазифа биләүеңә ҡарамаҫтан, ауыл стажына мотлаҡ индерелә.

Пенсионер Пенсия фонды­ның клиент хеҙмәтенә үҙе мөрәжәғәт итә һәм ауыл ерендә эш стажын раҫлаған документтарын илтә ала. Өҫтәмәгә ҡарт­лыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған, ауыл ерендә йәшәгән, ауыл хужалығында кәм тигәндә 30 йыл хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар хоҡуҡлы. Шуны ла әйтергә кәрәк, өҫтәмә бөтә пенсияға түгел, ә билдә­ләнгән түләү базаһына ғына ҡағыла. Мәҫәлән, 2019 йылда күпселек пенсионер­ҙарҙың билдәләнгән түләү күләме 5334 һум 19 тин тәшкил итте, шуға ярашлы өҫтәмә аҡса күләме 1333 һум 55 тин булды.

Өҫтәмә алыу өсөн ауыл хужа­лығындағы стажды иҫәпләгәндә, эш осоронан тыш, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ мәлендә мотлаҡ социаль страховка буйынса пособие алыу, шулай уҡ йыл һайын алынған түләүле ял ваҡыты ла индерелә. Ата-әсәнең береһе һәр баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән осор ҙа стажды иҫәпләгәндә һанала. Тик был осор алты йылдан да артмаҫҡа тейеш.

Өҫтәмә пенсия алыу өсөн тағы бер шарт – ауыл ерендә йә­шәү, тинек. Ауыл биләмә­ләренә ауылдар, разъездар һәм ауыл округтарындағы ҡасабалар инә. Ә ҡала тибындағы һәм эшсе ҡасабалары улар иҫәбенә ҡарамай. Өҫтәмә түләүҙе Пенсия фондының урындағы территориаль органы пенсионерҙың йәшәгән урыны буйынса билдәләй.

2019 йылдың 1 сентябренә тиклем пенсияны ҡайтанан иҫәпләү ғариза алмайынса, пенсионерҙың документтарына таянып башҡарылды. Түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы пенсионерҙар исемлеге асыҡланыу өҫтөндә. Һорауҙар килеп тыуғанда, Пенсия фондының урындағы клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

2020 йылдың 1 ғинуарынан “ауыл” өҫтәмәһе ғариза буйынса билдәләнә. Бары ауыл ерендәге эш стажыңды раҫлаған доку­менттарҙы илтергә кәрәк. Мөрәжәғәт иткәндән һуң киләһе айҙың беренсе көнөнән пенсияға өҫтәмә индереләсәк.

2022 йылдың 1 ғинуарынан был өҫтәмә түләүҙәр кеше ҡа­лаға күсеп киткәндә лә һаҡла­насаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 23 июнендәге ҡарарына ярашлы, граждандарҙың был хоҡуғы законлы нығытылды. Ҡалаға күсеп китеү арҡаһында өҫтәмә пенсия­һын юғалтҡан ветерандарға борсолорға урын юҡ, йыл башынан ул яңынан иҫәпләнәсәк һәм түләнәсәк, ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Әле Рәсәйҙә “ауыл” өҫтәмә­һен 900 меңдән ашыу кеше ала. Уның күләме страховка пенсия­һына билдәләнгән түләүҙән 25 процент тәшкил итә, йәғни айына 1500 һум самаһы. Инвалид­лыҡ буйынса өсөнсө төркөм пенсия алыусыларға ай һайын 755 һум 56 тин өҫтәмә ҡаралған. 2022 йылда билдәләнгән түләү базаһы индексацияланғас, өҫтә­мә пенсия күләме лә артасаҡ.

Пенсияға “ауыл” өҫтәмәһенән тыш, башҡа түләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, 80 йәше тулған пенсионерҙарҙың страховка пенсияһына билдәләнгән түләү ике тапҡыр арттырыла, йәғни 12 мең һумдан ашыу аҡса өҫтәлә. Түләүҙе алыу өсөн ғариза яҙыу кәрәкмәй. Хеҙмәткә һәләтһеҙ туғандарын ҡараған пенсионерҙар ҙа өҫтәмә түләүгә иҫәп тота ала. Был осраҡта бер кешене тәрбиәләгән өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙең өстән бер өлөшө түләнәсәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас