Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 13:22

Балалы ғаиләләр ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

itssmolensk.ru
Фото:itssmolensk.ru

Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә ташламалы ипотеканы ҡаплауҙы ябайлаштырҙылар. 2022 йылдан ипотека кредитын дәүләт ярҙамы иҫәбенә өлөшләтә ҡаплау өсөн ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә мөмкин.

Граждандар порталда ғаризаны “Дом.рф” акционерҙар йәмғиәтенә шәхси кабинет аша ебәрә ала. Ғаиләләргә торлаҡ алғанда федераль бюджеттан субсидиялар бирелә. Йәмғиәт үҙе кредиторҙан ипотека кредитын алыу тураһындағы документтарҙы, бурыс күләмен һәм иҫәп реквизиттарын һораясаҡ. Әгәр вариант ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ғаиләгә оҡшамаһа, улар кредит биргән банкка ҡағыҙ йәки электрон вариантта ипотеканы ҡаплау тураһындағы ғаризаны яҙа ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018  йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың  31 декабренә тиклем тыуған балалы ғаиләләрҙең льготалы ипотекаға хоҡуғы бар. Кредит буйынса ставка – йылына 6 процент, беренсе иғәнә – 15 процент, кредит биреү ваҡыты – 3-тән 30 йылға тиклем. Ташламалы ипотека ярҙамында әҙер йәки төҙөлгән фатир, йорт һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин.

Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы буйынса барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашы­рыуға булышлыҡ итә. Был милли проекттар ғаиләләргә торлаҡ һатып алғанда йәки төҙөгәндә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Президент ҡушыуы буйынса ташламалы ипотека программаһы үткән йыл аҙағына тиклем оҙайтылды, ә уны бер балалы ғаиләләр рәсмиләштерә ала.

Әйткәндәй, Өлөшләтә төҙө­лөштә ҡатнашыусылар хоҡуҡта­рын яҡлау фондының күҙәтеү советы ҡарары менән “Амрита” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­те­нең Өфө ҡалаһының Златоуст урамындағы 20-се йорт, 2-се төҙөлөш адресы буйынса фатир алғандарҙың хоҡуҡтары компенсация түләүҙәре юлы менән тергеҙеләсәк.

– Компенсация түләүҙәре өсөн федераль фонд 800 миллион һум бүлде, төбәк тә фи­нанслаясаҡ, – тип хәбәр итте Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау фон­ды­ның генераль директоры вазифаһын башҡарған Олег Солтанов. – Төҙөлөштә ҡат­нашыусылар талаптары реестрына ярашлы, компенсация түләүҙәрен алданған 217 өлөшсө аласаҡ. Яҡын арала ғаризаларҙы ҡарау башлана.

Ә Өфөләге Киров һәм Дим райондарында һыу менән тәь­мин итеү объекттарын төҙөү дауам итә. Инженер селтәрҙәренең барлыҡҡа килеүе был билә­мә­нең киләсәк үҫешенә булыш­лыҡ итәсәк. Ағиҙел аръяғы – торлаҡ төҙөлөшө өсөн перспективалы майҙансыҡтарҙың бе­реһе. Бында Затон, Дим биҫтә­ләре, 8 Март, Романовка, Ветошников, “Башҡортостан сәскә­ләре” торлаҡ комплексы ҡарай һәм 10 миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөү планлаштырыла.

Проектты ике этапта “Стимул” программаһына ярашлы тор­мошҡа ашырыу ҡарала. Ул үҙ сиратында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проектына ҡарай. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программа ниге­ҙендә 23,4 километр оҙонлоҡ­тағы һыу үткәргес, 27,5 кило­метрлыҡ канализация коллекторын төҙөйәсәктәр. 2021 йылдан 2023 йылға тиклем финанслау күләме туғыҙ миллиард һум тәшкил итәсәк.

Айырым алғанда, һыу үт­кәр­гесте төҙөү барышында Ағиҙел, Дим йылғалары, АЗС һәм Яңы Рәсәй урамдарындағы Өфө – Дим юлы аҫтынан 1760 погонлы метр бырауланған.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: