Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 13:14

Хаталарҙы төҙәтергә һуң түгел

Яҡындарыбыҙҙың изгелеген баһалай беләбеҙме?

legkovmeste.ru
Фото:legkovmeste.ru

“Һеҙ үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәйенсә, яҡын кешегеҙҙе  үҙегеҙҙән биҙҙерә алаһығыҙ, – тип аптырашта ҡалдырҙы Мәүлиҙә, һабаҡташтары менән әңгәмәләшеп ултырғанда. – Ул һеҙҙең һөйөклө кешегеҙме, туғанығыҙмы, дуҫығыҙмы – барыбер, әгәр аралашҡан саҡта хата ебәрһәгеҙ, уны ғүмерлеккә юғалтыуығыҙ ихтимал”.

“Ниндәй хата ебәреүем бар? Был хаҡта уйланғаным да юҡ, һәммәһе менән яҡшы мөнәсә­бәттәмен. Әхирәт, һинең тәжрибәле психолог булыуыңды беләм, әйҙә, серҙәреңде уртаҡлаш”, – тине һабаҡташы Венера.

“Тәүге хатаны, изгелекте “тейеш” тип ҡабул итеүҙе, кем генә ҡабатламай! Беҙ йыш ҡына яҡындарыбыҙҙың күрһәткән яҡшы­лыҡтарын баһалап еткермәйбеҙ, бүләктәрен, ярҙамдарын “шулай булырға тейеш” тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Мәҫәлән, хеҙмәт­тәшегеҙ һеҙҙе гел генә тәмлекәстәр менән һыйлай, күршегеҙ бушлай ремонт яһай, һеңлегеҙ йомошта­рығыҙҙы һис һүҙһеҙ үтәй... Ә беҙ ҡайһы ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ, битарафлыҡ арҡаһында яҡында­рыбыҙҙы тыуған көндәре менән ҡотларға, ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтергә лә онотабыҙ.

Икенсе хата – ғәфү үтенә белмәү, ғәйебеңде танымаҫҡа тырышыу. Әлбиттә, бөтәһе лә “бер сыбыҡтан ҡыуылмаған”, шулай ҙа арабыҙҙа үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышып, кешенең аяғына яңылыш баҫып йәки телефонын ватып та ғәфү үтенергә теләмәгәндәрҙе осратып була. Ундайҙар аҡлана башлай, “үҙең ғәйепле”, “гаджетыңды дөрөҫ һалмағанһың” йәки “яңылыш булды, һис тә теләмәгәйнем”, тип ғәфү үтенмәҫкә тырыша.

Бындай шәхестәр, үҙҙәре өсөн файҙа булғанда ғына, хаҡлы булмауҙарын танырға ғәҙәтләнгән.

Кешеләр араһындағы мөнә­сәбәт­тәрҙе юҡҡа сығарыусы тағы бер хата тураһында әйтмәй булмай – яҡын кешеләреңдең уңыштарын, ҡаҙаныштарын кәмһетеү, тырыш­лыҡтарын баһаламау йыш ҡына араларҙы һыуыта. “Һинең эшеңде әйтер инем...”, “харап икән, баш ауыртыуы ла булдымы сир”, “яңы күлдәк кейгән булған...” һәм башҡа күҙгә күренмәһә лә йөрәккә килеп тейгән “ваҡ-төйәк”. Был ата-әсә­ләргә лә хас күренеш, балаларҙың бәләкәй генә уңыштарына ла шатлана, маҡтай, дәртләндерә белмәйбеҙ, күберәк тәнҡитләргә яратабыҙ. Үҙегеҙҙең тәртибегеҙгә анализ яһап ҡарағыҙ әле, яңылыштан яҡындарығыҙҙың хәтерен ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр ысҡындырмайһығыҙмы? Маҡтау һүҙҙәрен йыш әйтәһегеҙме?

“Һинең был тиклем дә аҡыллы икәнеңде белмәй йөрөгәнмен, Мәүлиҙә Әхәт ҡыҙы! Рәхмәт, күҙҙәрҙе астың!” – тип шаяртты һабаҡташы. Хаталар өҫтөндә эш башланды, шикелле...

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас: