Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 05:02

Һикһән йәш ул әле сик түгел

Нәсих Хәлисов.Нәсих Хәлисов.
Фото:Нәсих Хәлисов.

Бала саҡтан беҙҙең быуын “Октябрь байрағы” һәм “Башҡортостан” гәзиттәрендә ауыл хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшиндең мәҡәләләрен уҡып үҫте. Баймаҡ районының уңған ауыл кешеләренең ябай хеҙмәтен һүрәтләһенме, ниндәйҙер проблемаларҙы яҡтыртһынмы йәки “түрәләрҙе” тәнҡит утында тотһонмо – барыһын да ҡыйыу яҙыуы, теленең бай булыуы, кәрәк урында бер аҙ “семетеп”, урынлы маҡтап алыуы ауыл хәбәрсеһенең талантлы ҡәләм оҫтаһы булыуы хаҡында һөйләй.

 Ул күберәк үҙе йәшәгән дәүер тураһында яҙҙы, замандаштарының образын тыуҙырҙы, хеҙмәт һөйгән ябай халыҡты һүрәтләне. Тормош үҙгәрә барған һайын, Салауат Мөхәмәтшиндең дә геройҙары үҙгәрә, үҫә барҙы. Ыңғай күренештәрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрөү, матбуғатта баҫтырыу, халыҡты борсоған проблемалар хаҡында яҙып, тейешле урынға еткереү, әгәр саралар күрелмәһә, гәзит аша мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә уның иңендә ине. Иң мөһиме – һәр саҡ дөрөҫлөктө яҙҙы, сөнки матбуғаттың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, уға халыҡтың ышанып ҡарауын яҡшы аңланы. Ә бит ғәҙеллек өсөн көрәшеү һис тә еңел түгел, тәнҡит мәҡәләләре бәғзе бер етәкселәргә оҡшамай. Шул саҡта таяҡтың йыуан осо Салауат ағайға ла тейгән мәлдәр күп булғандыр. Тик кешелекле сифаттарға, рухи көскә эйә булған, һүҙенең дөрөҫлөгөн һәр саҡ иҫбатлай алған, халыҡ ышанысын яулаған ауыл хәбәрсеһе бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауы менән гәзит уҡыусылар араһында оло хөрмәткә лайыҡ, шуға күрә уны районда олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә, үҙебеҙҙең журналист бит ул, тип кенә йөрөтә. Шул иҫәптән мин дә мәктәп йылдарынан Салауат ағайҙың мәҡәләләрен уҡып үҫтем. Ә инде үҙе менән шәхси күрешеүем “Һаҡмар” район гәзитендә эшләгән саҡтарыма тура килде. Бер мәл бик зауыҡлы кейенгән, үҙен ышаныслы, хужаларса тотҡан, мөһабәт кәүҙәле, көр  тауышлы, мөләйем бер ағай, коридорҙа мине осратып, Азамат Мөхәмәтшиндең ҡайҙа икәнлеген һораны. Мин бер ни булмағандай, ауыл хужалығы бүлегендә эшләгән Азаматтың бүлмәһен күрһәттем. Аҙаҡ асыҡланыуынса, әле райондың “Һаҡмар” гәзитендә иң тәжрибәле, абруйлы журналистарҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, ауыл хужалығы бүлеге мөдире, район журналистар ойошмаһы етәксеһе Азамат Мөхәмәтшиндең атаһы булып сыҡты. Журналистиканың юғары баҫҡыстарын яулауына ҡарамаҫтан, Азамат Салауат улы әле булһа атаһының кәңәштәренә ҡолаҡ һала, фекерҙәрен тыңлай, иҫкәрмәләрен ҡабул итеп, уны “тәнҡитсем һәм кәңәшсем” тип иҫәпләй.

Артабан Салауат ағай менән байтаҡ осрашырға насип итте, уның һәр саҡ юғары мәҙәниәтле булыуына, тормошто яҡшы белеп, беҙгә, йәштәргә, фәһемле кәңәштәр биреүенә һоҡлана килдем. Ә инде “Башҡортостан” гәзитендә эшләй башлағас, уның телефондан шылтыратып әйткән кәңәштәрен тыңлап, өйрәткәндәрен ҡабул итеп, тиражды арттырыу маҡсатында халыҡ араһында йөрөгөҙ, тигән тәҡдимен тотоп, Баймаҡ районында гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Сибай ҡалаһында “Башҡортос­тан” гәзитенең 95 һәм 100 йыллыҡ юбилейҙарын үткәргәндә лә, ара алыҫ, оло йәштәмен, тип торманы Салауат Мөхәмәтшин, үҙ юлы менән килеп етте, улай ғына түгел, ауылдаштарын да, геройҙарын да алып килгәне әле лә хәтеремдә. Хәйер, уның яҙғандарын һанай китһәң, геройҙарын барлаһаң, бер нисә китаплыҡ та булыр ине.

Ә уйлап ҡараһаң, Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәгән, “Башҡорт­остан”, “Һаҡмар” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшиндең тормош юлы еңелдән булмай. Ҡатыны бик йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәләре вафат булғанда, кесе улы Илшатҡа алты йәш тә тулмаған була. Азамат, әрме сафынан ҡайтып, туған мәктәбендә әсәһенең урынында эш башлай. Мәүлетйән менән Айҙар – Ҡолсора мәктәбе уҡыусылары. Дүрт улын ҡарау, уларҙы тәрбиәләү атай кешегә еңел бирелмәй, әммә улдары тыңлаусан, үҙ-ара татыу һәм дуҫ булып үҫә. Әсәй наҙынан бик иртә мәхрүм ҡалһалар ҙа, барыһы ла йомшаҡ күңелле, тормошто яратып, белемгә ынтылып тора. Кеше араһында үҙҙәрен мәхрүм тоймаһындар, кәм-хур йөрөмәһендәр тип, Салауат Хәбибрахман улы малайҙарынан бер нәмәне лә йәлләмәй. Йорттарына ун бишләп дана гәзит-журнал алдыра. Шахмат-шашка, спорт, йыр-бейеү, ҡурай түңәрәктәренең барыһына ла әүҙем йөрөй уландары. Иң мөһиме – һәммәһе лә юғары белемле, дүрт улы ла өйләнеп, матур итеп донъя көтөп, балалар үҫтерә.

Бөгөн бәхетле олатай 11 ейән-ейәнсәрен һөйөп, улдарының һәм килендәренең хәстәрен тойоп йәшәй. Әсәһен дә 85 йәшенә тиклем үҙе ҡарай, уны ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙата. Ауыл хәбәрсеһенең мәҡәләләрендә күҙгә ташланып торған матур бер биҙәк бар – күңелдә йыуаныс тыуҙырған тел байлығы. Әҙәбиәтсе лә, башҡорт теле уҡытыусыһы ла түгел Салауат Мөхәмәтшин, әммә яҙғандары иҫ киткес бай, халыҡ теленең һутлы теле ярылып ята унда. Хатта тәнҡит мәҡәләләре лә йырлап торған кеүек, “улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла”, “аңлағанға ишара” тигән әйтемдәргә таянып яҙылһа ла, шунда уҡ тәнҡит һүҙҙәрен  дә тойорға мөмкин. Донъя йөгөн бер үҙе тартҡан Салауат Хәбибрахман улына күпселек осраҡта төндәрен яҙырға тура килә. Мәҡәләләре лә матбуғат биттәрендә йыш баҫыла.

Үҙенең дә журналистикаға башкөллө сумып эшләргә хыялы ҙурҙан була, ул төрлө редакцияларҙан саҡырыуҙар ала, әммә әсәһенең аманатына хыянат итмәй, атай нигеҙен ташлап китмәй, бурысын теүәл үтәй. Күп ирҙәр кеүек, ҡатыным вафат булды, ҡайғымды баҫам, тип стаканға ла үрелмәй ул. Киреһенсә, сәмләнеп донъя көтөп, күптәргә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәргә тырышып, малайҙарына үрнәк була. Тулы ғаиләләрҙә лә улдары араһын­да атай абруйы булдырыу күптәргә тәте­мәгән бәхет булһа, бөгөн уны һәр улы һәм килене, ейән-ейәнсәрҙәре хөрмәт итә.

Үҙенең күңел кисерештәрен, борсо­лоуҙарын ҡәләме аша баҫып, ҡәләме – уға, ул ҡәләменә бер ваҡытта ла хыянат итмәй, һикһән йәшлек олпат ғүмер тауына килеп етеүе менән бәхетле. Һикһән йәш ул әле сик түгел, бөгөн дә ҡәләмен ташламай тынғыһыҙ хәбәрсе, Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты көнүҙәк темаларға мәҡәләләр яҙа, хәтирәләрен барлай. Юбилярҙың алты китабы донъя күргән, әле етенсеһе баҫмаға әҙерләнә. Китаптары колхоз, тыуған яҡ тарихы, хужалыҡтың эшмәкәрлеге, данлыҡлы етәкселәре, хеҙмәтсәндәре тураһында. Шулай уҡ уның китабында тыуған ауылының хеҙмәтсән халҡы ла бик күп урын алған. Уларҙы хатта энциклопедик баҫма тиһәң дә булла.

Салауат Мөхәмәтшин – Баймаҡ райо­нының арҙаҡлы шәхестәренең береһе, матбуғаттың тоғро дуҫы. Шуға күрә хөрмәт­ле ил уҙаманын “Баймаҡ төбәге” тип аталған энциклопедик баҫма “Район­дың билдәле кешеләре” исемлегенә индергән. Оҙаҡ йылдар ҡулығыҙҙан ҡәләмегеҙҙе төшөрмәгеҙ, яңынан-яңы мәҡәләләр ижад итергә насип булһын һеҙгә, замандашыбыҙ!

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас