Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 08:41

Кеше булыр кешелә мең кешенең эше бар…

Тәнҡитте нисек дөрөҫ ҡабул итергә?

duhonomika.ruduhonomika.ru
Фото:duhonomika.ru

“Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай” тигән һүҙҙәр бынан быуат элек әйтелеүгә ҡарамаҫтан, һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай. Беҙ һәр ваҡыт кешеләр менән аралашабыҙ, мөнәсәбәт ҡорабыҙ, төрлө хәл-ваҡиғаларға тарыйбыҙ, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. “Кеше күңеле – быяла, һаҡһыҙ ҡағылһаң – ыуала”, тиҙәр. Эйе, тормошта күңелде ҡырған, ҡабул итә алмаған хәлдәр ҙә йыш була. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр ябай ғына тәнҡит һүҙҙәрен дә ҡабул итә алмай күңел тынысһыҙлығына юлыға. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән хат авторы ла үҙен шундайҙар рәтенә индерә.

 

“Ауыр һүҙҙе күтәрә алмайым”

 

“Мин ҙур булмаған коллективта эшлә­йем: ойошмабыҙҙа барлығы 12 кеше. Эшмә­кәрлегебеҙ клиенттар менән хеҙмәт­тәш­леккә ҡоролған. Бер кемгә лә сер түгел, бындай ойошмаларҙа төп ҡағиҙә – “Клиент һәр ваҡыт хаҡлы”. Әммә холҡом шулай бул­ғанғамы, әллә тәжрибә етешмәү сә­бәплеме, ҡайһы берәүҙәрҙең ризаһыҙлыҡ бел­дереүен, миңә ҡаршы үҙ дәлилдәрен килтереүен, һөйләшеүҙең минең өсөн ыңғай һөҙөмтә менән тамамланмауын бик ауыр кисерә инем. Һәр уңышһыҙлыҡтан һуң илайым, кәйефем төшә, эштән китеү тура­һында уйлайым. Һөҙөмтәлә оҙаҡ ваҡыт ҡулыма эш бармай. Ярай әле, эргәмдә хәлемде аңлаған тәжрибәле коллегаларым бар, улар бирешмәҫкә, ебеп төшмәҫкә өйрәтә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип көйләп-сөйләп, күңелемде күтәреп ебәрә.

Ҡайһы бер клиенттарҙың тупаҫ мөнәсәбәтенә иҫем китмәҫкә өйрәнеп тә барам кеүек. Тик мине бынан да ауырыраҡ мәсьәлә борсой: етәксемдең йәки бәғзе бер коллегаларымдың иҫкәрмәһен, йәғни бәләкәй генә тәнҡитте лә күтәрә алмайым. Холҡом буйынса яйыраҡ кешемен, һәр эште әкрен, әммә еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен. Ошо арҡала, өҫтәүенә тәжрибәм дә самалыраҡ булғанға күрә, күп ваҡыт планымды үтәй алмайым. Етәксебеҙ – бик етеҙ, һәр осраҡта ла тиҙ ҡарар ҡабул итә белгән, башҡаларҙан да шундай уҡ йылдамлыҡ, тиҙлек талап иткән, хатта бер аҙ өтөгөрәк кеше. Әл­бит­тә, минең холоҡ-фиғелем уныҡы менән бөтөнләй тап килмәй, һәм йыш ҡы­на бөтәһе араһынан тап мин тәнҡит утына эләгәм. Әле бына күптән түгел, эш йом­ғаҡтарын барлап, “Йыл дауамында иң аҙ килешеүҙе һеҙ төҙөгәнһегеҙ”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Шулай ҙа күңеле бөтөнләй төш­мәһен типтер: “Ярай, ай һайын күрһәт­кесегеҙ бер аҙ яҡшыра барған. Киләсәктә тағы ла нығыраҡ тырышһағыҙ, бәлки, планды үтәй башларһығыҙ”, – тип өҫтәне. Етәксенән тыш, ҡайһы бер коллегалар ҙа, башҡарған эшемдең етешһеҙлектәрен төртөп күрһәтеп, күңелемде төшөрә.

Ә бит минең эшкә төшөүемә икенсе йыл ғына китте. Эйе, айҙан-айға һөҙөмтә­ләрем яҡшыра бара. Үҙемсә тырышам. Әммә шул тәнҡит һүҙҙәрен нисек дөрөҫ ҡабул итергә өйрәнергә икән? Һәр ошондай осраҡтан һуң бер-ике көн күңел тыныслығы таба алмайым, эшемдең дә һөҙөмтәһе бул­май. Үҙемде яҡшыға көйләргә, кеше һү­ҙенә иғтибар итмәҫкә лә тырышып ҡара­йым, төрлө китап, интернеттан психо­логтарҙың кәңәштәрен уҡыйым, әммә файҙаһын тоя алмайым…

Өфө ҡалаһынан Эльвира, 28 йәш”.

Тәнҡитте юморға бороғоҙ

 

Йәш белгестең һорауына юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә:

– Был донъяла үҙен идеаль тип һанап, бер ниндәй ҙә кәмселегем юҡ тип уйлаған кешеләр һирәкләп осрап торһа ла, күпселегебеҙ үҙенең теге йәки был етешһеҙлеген белә, тоя һәм, башҡаларға ҡысҡырып йөрөмәһә лә, күңелендә генә булһа ла таный. Кемдер ялҡауыраҡ, икенселәр эште бик әкрен башҡара, өсөнсөләр иғтибарһыҙлығынан зыян күрә, ҡайһы берәүҙәр мөһим эштәрҙе онотоп ҡаҡшай. Кәмселектәребеҙ тураһында эстән генә үҙебеҙ алдында яуап тотҡан осраҡта ла, кемдеңдер ошо турала әйтеүе (бигерәк тә башҡа кешеләр алдында) күпселектә аптырау, үпкәләү һәм кире ҡағыу тойғоһо уята.

Тәнҡит  һүҙҙәренә ҡарата ҡайһы берәүҙәр үпкәләп, ишекте шарт ябып, хәл-ваҡиғаны ҡалдырып китеүҙе хуп күрһә, икенселәр яуап артынан кеҫәгә инеп тормайынса, тәнҡитләүсене насар һүҙҙәр менән әрләп ташларға ла күп һорамай. Тик был ике вариантты ла яҡшы ысул тип һанап булмай, сөнки аҙаҡтан беҙгә төбәлгән тәнҡит өсөн генә түгел, үҙеңдең уйламай әйткән һүҙҙәрең, ҡыҙған баштан ҡылынған ҡылыҡтарың өсөн дә борсолорға тура киләсәк.

Кемдең тәнҡитләүе лә ҙур роль уйнай. Әгәр эш урынығыҙҙа, һеҙҙең менән бер дәрәжәлә булған хеҙмәттәшегеҙ тәнҡит уты яуҙыра башлаһа, ҡәтғи генә итеп был һөйләшеүҙе туҡтатырға ла мөмкин. Етәксегеҙ йәки хөрмәт иткән, фекеренә ҡолаҡ һалған кешегеҙ ниндәйҙер етешһеҙлегегеҙ тураһында әйтә икән, был һүҙҙәргә мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк. Тәнҡит  хаҡында шундай әйтем дә бар: “Әгәр һеҙҙе ниндәйҙер эшегеҙ өсөн етәксегеҙ тәнҡитләй икән, тимәк, ул был эште яҡшыраҡ башҡара алыуығыҙға ышана”. Шуға күрә, минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр, һанламайҙар, тип үпкәләр, йә иһә шулай килеп сыҡты, башҡаса бер нисек тә булдыра алмайым, тип аҡлана башлар алдынан, һеҙгә әйтелгән һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә тырышығыҙ. Бәлки, был тәнҡиттә һеҙҙең шәхес һәм һөнәр эйәһе булараҡ үҫешегеҙ өсөн кәрәкле, бик фәһемле фекер яталыр. Шуларҙы күрергә, күңел һандығына һалырға ынтылығыҙ.

Йыш ҡына шулай ҙа була: беҙ билдәле бер эшкә тәғәйенләнгән тәнҡитте дөйөмләштереп, үҙебеҙгә шәхсән ҡабул итергә лә күп һорамайбыҙ. Мәҫәлән, отчет биреү ваҡытында иҫәп-хисапта ебәрелгән хатаны күрһәткән осраҡта, мин эшкә ашмаған булдыҡһыҙ, тип үҙебеҙҙе бөтөрөп, хәл-ваҡиғаны ҡуйыртып ебәрергә лә әүәҫбеҙ. Ә ысынында бит беҙҙе кеше һәм шәхес булараҡ тәнҡитләмәйҙәр, бары тик билдәле бер хатаны, төҙәтеп булған ҡылыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Был осраҡта үпкәләргә түгел, ә хәл-торошто төҙәтергә генә кәрәк.

Өҫтә яҙылғандар ғәҙел һәм факттарға нигеҙләнгән тәнҡиткә ҡағылһа, бер ниндәй ҙә ҡәтғи сәбәптәргә таянмаған, юҡ ҡына нәмәнән уйлап табылған тәнҡит  һүҙҙәре лә бар бит әле. Мәҫәлән, төн йоҡоңдо йоҡламай, бар көсөңдө, оҫталығыңды һалып башҡарған эшең хужаға йә иһә заказ биреүсегә оҡша­май, ул әр-битәр менән һеҙгә ябырыла, тик нимәһе килешмәй, нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнлеге әйтелмәй, аныҡ тәҡдимдәр ҙә юҡ. Был осраҡта, әгәр мөмкин икән, нимә оҡша­маны, нимәне яңынан эшләргә кәрәк­леген билдәләп, һөйләшеүҙе файҙалы юҫыҡҡа төшөрөргә тырышығыҙ. Әгәр тәнҡитләүсе ярһығандан-ярһып, шәхесегеҙгә күсә баш­лаһа, тыныс ҡына “һеҙҙе ишеттем, аңланым” тип әрләү-тәнҡиттәргә нөктә ҡуйырға ынтылырға кәрәк. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, йәғни тынысланғас, бәлки, ул үҙенең дәғүәләрен аңлайышлыраҡ итеп әйтә алыр.

Кем тарафынан, ниндәй генә осраҡтарҙа әйтелмәһен, иң мөһиме – тәнҡит һүҙҙәре һеҙ­ҙең үҙ баһағыҙға йоғонто яһарға тейеш түгел. Кәйефе насар саҡҡа тура килеп, асыуын кемгә төшөрөргә белмәй йөрөгән кеше­нең ҡыҙған баштан әйткән һүҙҙәренә артыҡ ҙур иғтибар һалып, үҙ-үҙеңә, көсөңә, һәлә­теңә ышанысты юғалтыу төптө хата буласаҡ.

Психологияла шундай бер алым бар: ул “минусты плюсҡа әйләндер” тип атала. Башҡаларҙың фекере буйынса етешһеҙлек һаналған ниндәйҙер үҙенсәлегегеҙгә төрттөргән осраҡта, әйтелгән һүҙҙәргә ошо алымды ҡулланып яуап бирергә лә була. Мәҫәлән, “Бигерәк күп һөйләйһең”, – тиеүгә, “Эйе, мин аралашыусан, асыҡ кеше”, – тип яуапларға мөмкин. “Әкрен ҡыланаһың, эште яй башҡараһың”, – тип әйтһәләр, “Шулай шул, тик мин бит эште еренә еткереп, бынамын тигән итеп эшләп ҡуям”, – тип яуап­лап, бер юлы ике ҡуянды тоторға була. Беренсенән, һеҙ әңгәмәсегеҙ менән ризалашҡанығыҙҙы, уның фекеренә ҡолаҡ һалғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, икенсенән, үҙегеҙҙе йәберләргә ирек ҡуймайһығыҙ, үҙ фекерегеҙҙе аныҡ еткерәһегеҙ.

Тәнҡит  һүҙҙәрен юмор хисе аша ҡабул итә белеү ҙә ҙур роль уйнай. Үҙ өҫтөңдән шаярта белеү, үҙеңә йүнәлтелгән ирония етәксенең булһынмы, башҡа кешенеңме, асыуын бер аҙ баҫырға ярҙам итеүе ихтимал. Ыңғай тулҡындарға көйләнгән күңел тормош ауырлыҡтарына ябайыраҡ ҡарарға, тәнҡит  һүҙҙәрен тынысыраҡ ҡабул итергә, хатта был хәл-ваҡиғала үҙең өсөн ниндәйҙер файҙалы рациональ орлоҡ та табырға булышлыҡ итә.

 

Эльвираға кәңәштәр

 

Бына ошондай дөйөм кәңәштәрен еткерҙе психолог тәнҡит һүҙҙәрен ауыр ҡабул иткән кешеләргә. Ә инде шәхсән Эльвираның хатына килгәндә, кәңәштәр түбәндәгесә.

– Беренсе сиратта тәнҡиттең ниндәй икән­леген билдәләп үтергә кәрәк: әгәр шәхе­сегеҙгә ҡағылмаған, тик эш күрһәт­кестәренә генә нигеҙләнгән ғәҙел һәм эшлекле юҫыҡ­тағы тәнҡит икән, был осраҡта етәксегеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу артыҡ булмаҫ. Әммә ошондай төр тәнҡит һүҙҙәрен ҡабул иткәндә лә, бер нисә ҡағиҙәне ҡулланырға була.

Әйтелгәндәрҙе иләк аша үткәрегеҙ. Хис-тойғоға артыҡ ныҡ бирелеп китеп, тәнҡитләүсе хәл-ваҡиғаны ҡуйыртып ебәреүе лә ихтимал. Шуға күрә һеҙҙең адресҡа әйтелгән һәр һүҙҙе һуңғы инстанциялағы дөрөҫлөк тип ҡабул итергә кәрәкмәй. Был үҙ сиратында күңелгә яра һалып, һеҙҙе эш ритмынан, йәғни көйлөлөктән сығарыуы бар. Әммә тәнҡит һүҙҙәренә тулыһынса ҡул һелтәп, уларҙан фәһем ала белмәү ҙә һеҙҙе бер нимәгә лә өйрәтмәйәсәк. Алтын урталыҡты табыу бик мөһим.

Дөрөҫлөктө ҡабул итегеҙ. Әгәр тәнҡитләүсе хаҡлы икән, быны танығыҙ һәм хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү маҡсатында нимәләр эшләй алаһығыҙ, шул турала уйланығыҙ. Үҙеңдең хаталарыңды танып, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ ала белеү – аңлы, ҡыйыу кешеләргә хас яҡшы стратегия.

Тынысланырға тырышығыҙ. Иң ғәҙел тәнҡит һүҙҙәренән һуң да, кеше үҙенә толҡа тапмай, кире хис-тойғо кисерә. Был – ғәҙәти һәм нормаль реакция. Әммә бер ҡасан да ҡыҙған баштан ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Тыныс­ланыу юлдарын табырға тырышығыҙ: яратҡан шөғөлөгөҙ менән булышыу, һеҙҙе аңлаған, ярҙам итергә ынтылған коллегалар менән аралашыу күңелегеҙгә бер аҙ тыныслыҡ бирер, кәйефегеҙҙе күтәрер.

Өйрәнегеҙ, алға ынтылышығыҙҙы юғалт­мағыҙ. Алған иҫкәрмәләргә ҡарап, мөмкин тиклем эшегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтылығыҙ. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, тәнҡиттең насар күренеш кенә түгел, ә ярҙам итергә һәләтле, ваҡыты-ваҡыты менән кәрәкле лә ғәмәл икәнлеген аңларһығыҙ, – тине психолог Ғәлиә Сәлихова.

Мәҡәләне шағир, аҡыл эйәһе Алишер Навоиҙың һүҙҙәре менән тамамлау урынлы булыр:

Кеше булыр кешелә мең кешенең

эше бар,

Кеше булмаҫ кешелә кешенең

ни эше бар?!.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Читайте нас