

Мөғжизә әкиәттә генә түгел, ысынбарлыҡта ла була икән ҡайһы саҡ. Күрше өлкәлә йәшәгән Ольга исемле ҡатындың тарихы тураһында ишетеп, күптәр, була бит шундай бәхетле кешеләр, тип уйлағандыр, моғайын. Ә уның был бәхетенә бәхетһеҙлеккә тарыуы сәбәп булған.
Ете йыл элек Ольганың ире, уны поручитель булырға күндереп, миллион ярымға кредит ала. Фатирҙары банкта аманат мөлкәт булараҡ иҫәпләнә. Биш йыл буйы ай һайын 18 мең һум бурыстарын теүәл генә түләүҙе башҡарып киләләр. Әммә берҙән-бер көндө хужаның эшенән ҡалыуы сәбәпле тормоштары артҡа тәгәрәй. Һуңғы сиктә тиерлек ир ҡатынына эшһеҙ ҡалыуы, банк алдында бурыстың йыйылыуы тураһында белдереп, алдағыһын ҡаплар өсөн тағы аҡса алыуын үтенә.
Шул ваҡыттан бер йыл ваҡыт үтә. Эштәр көйгә һалынғандыр тип йөрөгән ҡатын бер ваҡыт "Дәүләт хеҙмәте"ндә үҙ өҫтөндә ҙур суммала бурысы барлығы өсөн суд яуаплылығына тарттырылыуы тураһында уҡып шаҡ ҡата. Икенсе тапҡыр алынған кредит аҡсаһын иренең букмекер контораһында туҙҙырып бөтөүе лә асыҡлана. Артабан инде ғаилә тарҡала, ә фатир банк тарафынан һатыуға ҡуйыла. Йортһоҙ ҡалмаҫ өсөн ике бәләкәй балалы ҡатын бар хәленсә тырыша: мәрхәмәтлеләрҙән йыйылған күпмелер өлөш, икенсе балаһына сыҡҡан аҡса һалына, туғандары ярҙам итә, тик барыбер 300 меңдән күберәк бурыс ҡала әле.
Мөғжизә бына шул ваҡытта килә лә инде: кемдер изге күңелле берәү был сетерекле хәл тураһында уҡып, E1.ru редакцияһынан ҡатындың телефон номерын һорап ала һәм, уның менән осрашып, тулыһынса ғауғалы бурысты ҡаплай.
"Мин был хәлгә һаман ышанып етмәйем. Ярҙам итеүсегә ҙур рәхмәт, - ти Ольга. - Мәрхәмәтле кеше аноним булып ҡалырға теләне. Бер ниндәй реклама ла, маҡтау ҡағыҙы ла кәрәкмәй, тине. Уның кем икәнлеген дә белмәйем. Беҙ уның менән бер нисә минут ҡына һөйләштек. Бик мөләйем кеше, олигархҡа оҡшамаған үҙе. Был ваҡиғаны күңелдә яңынан-яңынан кисереп, илап алам: яҡындарың һине һатҡанда, ят берәү ярҙам ҡулы һуҙһынсы әле...".
Үҙенә шылтыратҡан хәбәрселәргә иһә: "Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр әле лә бар әле. Ошо өлгөм менән башҡаларҙы ла яҡшылыҡ ҡылырға дәртләндерәм - бына ошо турала яҙығыҙ", тигән билдәһеҙ ҡалырға теләгән изге күңелле йән.
Берәүгә лә Ольганың хәленә ҡалырға яҙмаһын, әлбиттә, ә шулай ҙа тормошобоҙҙа серле мөғжизәләр булып торһон, үҙебеҙ ҙә бәләкәй генә эшебеҙ менән тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандырып, изгелек сәсеп йәшәргә тырышайыҡсы, дуҫтар...
Фото:omsk.mirtesen.ru